Ҡунаҡбаев Йосоп Йыһангир улы

Ҡунаҡбаев Йосоп Йыһангир улы (18851938) — дәүләт эшмәкәре. Баймаҡ район Советы башҡарма комитеты рәйесе (1930). Сәйәси золом ҡорбаны.

Ҡунаҡбаев Йосоп Йыһангир улы
Зат ир-ат
Тыуған көнө 1885
Тыуған урыны Баймаҡ районы, СССР
Вафат булған көнө 1938
Үлем төрө атып үлтереү[d]
Һөнәр төрө дәүләт эшмәкәре

Биографияһы

үҙгәртергә

Йосоп Йыһангир улы Ҡунаҡбаев 1885 (башҡа мәғлүмәттәр буйынса 1896 йылда[1]) хәҙерге Баймаҡ районының Таһир ауылында тыуған. Белеме — башланғыс. ВКП (б) ағзаһы.

Бөрйән-Түңгәүер кантоны Темәс улусында Совет власын урынлаштырыуҙа һәм нығытыуҙа әүҙем ҡатнаша. 1923—1925 йылдарҙа Йылайыр кантонында уҙғарылған 2-5 партконференцияларына һайлана, кантондың эске эштәр бүлеге органдарында эшләй. Башҡортостан тау тресы идаралығының аҙыҡ-түлек тәьминәте бүлеге етәксеһе була[1].

1927—1930 йылдарҙа Йылайыр кантон башҡарма комитетында эшләй. 1930 йылда Йосоп Ҡунаҡбаев Баймаҡ район Советы башҡарма комитеты рәйесе итеп һайлана. Районда совет власын нығытыуға күп көс һала. Уның башланғысы менән Темәстә, Билалда, Таһирҙа мәктәп биналары төҙөлә, балалар йорттары асыла[1].

Артабан Өфө ҡалаһындағы 1 Май исемендәге шырпы фабрикаһы директоры итеп тәғәйенләнә (1934 йылға тиклем). 1935—1936 йылдарҙа тыуған яҡтарына ҡайтып, «Башзолото» берекмәһенең Түбә приискаһы директоры булып эшләй.

46-cы йылҡы заводы тарихынан

үҙгәртергә

1930 йылдың 1 февралендәге Үҙәк Башҡарма Комитетының СССР-ҙың Халыҡ Комиссарҙары Советының ҡарарынан һуң хәлле йәшәгән крәҫтиәндәргә баҫым көсәйә. Әлеге ҡарарға ярашлы ҡуртымға ер алыу, шәхси хужалыҡтарҙа ялланған хеҙмәтселәрҙе тотоу тыйыла, шуға күрә властар кулактарҙан, хәлле крәҫтиәндәрҙән малды, ауыл хужалығы инвентарҙарын, ҡаралтыларҙы тартып алалар.

Конфискацияланған аттар һәм Аҡморондағы ҡалған колхоз аттары нигеҙендә 1930 йылда 46-сы йылҡы заводы булдырыла. Аҡморон халҡы күпләп күрше Бикеш ауылына күсенә. 1931 йылды Йылҡы заводына ике «Фордзон» маркалы трактор һәм ХТЗ бирәләр. Йыл һайын заводҡа Алыҫ Rөнсығыш округынан хәрбиҙәр килеп? иң яҡшы аттарҙы һайлап алалар. Йылҡы заводы бер нисә тапҡыр рәхмәт хаттары ала. Заводтың төп маҡсаты — Ҡыҙыл Армияһы өсөн яҡшы аттар әҙерләү һәм башҡорт тоҡомло аттарҙы үрсетеү була[2].

1937 йылда Ҡунаҡбаев Йосоп Йыһангир улы 46-сы йылҡы заводының беренсе директоры була, әммә был яуаплы эшендә оҙаҡ эшләргә тура килмәй. 1937 йылда бында «совет власына ҡаршы ҡоротҡослоҡ менән шөғөлләнеүселәр эше» асыла. Йылҡы заводы директоры Йосоп Ҡунаҡбаев 1937 йылдың 5 авгусында ҡулға алына. 58-2, 58-7, 58-8, 58-11 статьялары буйынса хөкөм ителеп, 1938 йылдың 11 июлендә атып үлтерелә. Тиҫтәләгән (крайҙы өйрәнеүсе Р. Үтәғоловтың мәғлүмәттәре буйынса — 129) эшсеһе Союздың төрлө тарафтарындағы социалистик төҙөлөштәргә йәиһә төрмә-лагерҙарға оҙатыла[3].

1960 йылдың 24 июнендә реабилитациялана.

Баймаҡ районы Аҡморон ауылында Уйылдан Кәримов башланғысы менән һәйкәл-таш ҡуйылған (Фирғәт Ғиниәт улы Истәков башҡарыуында)[3].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 Баймаҡ районының күренекле улдары һәм ҡыҙҙары. Библиографик белешмә. Баймаҡ ҡалаһы. 2010 йыл, 8-9 бит
  2. Конезавод № 46
  3. 3,0 3,1 Һәйкәлдәр — киләсәк быуын өсөн иҫкәртеү ул

Сығанаҡтар

үҙгәртергә