Башҡортостан ҡоштары

Башҡортостанда тереклек итеүсе һәм ваҡытлыса туҡтап үткән ҡоштар тураһында
(Птицы Башкортостана битенән йүнәлтелде)

Ҡоштар тәбиғәттә һәм кеше тормошонда айырым әһәмиәткә эйә. Улар урман, баҫыу, баҡса ҡоротҡостарының үрсеүен сикләй, ҡан һурыусы бөжәктәрҙе һәм талпандарҙы юҡ итә. Йыртҡыс ҡоштар сысҡан һымаҡ кимереүселәр һәм ҡый үләндәре орлоҡтары менән туҡлана. Йыртҡыс ҡоштар тәбиғи һайлауҙа ла ҙур роль уйнайҙар, күпселеген ауырыу, көсһөҙ һәм зәғиф хайуандарҙы бөтөрөп, төрҙәрҙең үҫешенә булышлыҡ итәләр. Ләкин, ҡоштарҙың эпидемиология һәм эпизоотология ролен дә күҙ уңында тоторға кәрәк. Хәҙерге ваҡытта ҡоштарҙың һәм кешеләрҙең уртаҡ ауырыуҙары билдәле. Күсмә ҡоштар ҙур биләмәләргә йоғошло ауырыуҙарҙы таратыусылар ҙа булып торалар. Күп кенә ҡырағай ҡоштар йорт ҡоштарын гельминттар менән дә зарарлай. Һунарсылыҡта ла ҡоштарҙың әһәмиәте ҙур.

Аҡҡош

Хәҙерге ваҡытта, кеше тәбиғәттә ял ойошторорға әүҙем саҡта, ҡоштарҙың эстетик әһәмиәте арта. Улар урманға, аҡланға, һыу ятҡылығына айырыуса матурлыҡ өҫтәй. Үҙҙәренең һайрауҙары, ҡауырһындарының үҙенсәлекле төҫө менән тирә-яҡҡа иҫ киткес йәм бирәләр.

Башҡортостан орнитофаунаһын өйрәнеү тарихы

үҙгәртергә

Башҡортостанда ҡоштарҙы өйрәнеү Академия экспедицияһы ваҡытынан башлана. Өфө губернаһы ингән Ырымбур ерҙәренең бүтән сәмиғтәре менән бер рәттән үҫемлектәр һәм хайуандар доньяһы ла өйрәнелә. 1734 -1737 йылдарҙағы Ырымбур экспедицияһын башлаусы һәм етәкләүсе И. К. Кириллов була, 1737 йылдан уның эшен В. Н. Татищев дауам итә. Экспедиция мәғлүмәттәрен уның ҡатнашыусыһы П. И. Рычков дөйөмләштереп «Ырымбур топографияһы» (1762) һәм «Ырымбур тарихы» исемле хеҙмәттәренең айырым биттәрен йорт хайуандарына, ҡырағай йәнлектәргә һәм ҡоштарға бағышлай.

XVIII быуат урталарында Башҡортостан тәбиғәтен академиктәр П. С. Паллас, И. И. Лепехин, И. И. Георги һәм башҡалар өйрәнә. 1768—1770 йылдарҙағы П. С. Паллас етәкләгән Академия экспедицияһы Волга буйы, Ырымбур һәм Уралдың тәбиғәтен өйрәнә. Ҡоштар тураһында мәғлүмәттәр килтерелгән тикшеренеүҙәр һөҙөмтәләре Фәндәр академияһының «Novi commentary» журналында һәм айырым «Путешествия по разным провинциям Российского государства» (1773—1808) йыйынтығында донъя күрә. Бынан тыш, 425 ҡош төрө «Zoogeographia Rosso — Asiatica» (1827—1831) йыйынтығында сағылдырыла.

1768 йылда И. И. Лепехин хәҙерге Башҡортостан биләмәләрен тикшергән. Уның көндәлек яҙмаларында ҡаҙҙарҙың, торналарҙың, өйрәктәрҙең, өкөләрҙең, ыласындарҙың, ҡарсығаларҙың, турғай һымаҡтарҙың күплеге хаҡында мәғлүмәттәр килтерелә. 1821 йылдан башлап Ҡазан университеты зоологы профессор Э. А. Эверсманн эштәрендә Башҡортостан фаунаһын ентекләп тасуирлай. 1866 йылда "Ырымбур яҡтары ҡоштарының тәбиғи тарихы"ның өсөнсө өлөшө баҫтырыла. Был баҫмала Ырымбур яҡтары (был осорҙа Ырымбур яҡтарына Өфө, Ырымбур, Ҡазан, төньяҡ Ҡаҙахстандың күп өлөшө инә) орнитофаунаһы һәм ҡоштарҙың таралыу урындары сағылдырылған. Шулай уҡ 324 ҡош төрөнөң экологик үҙенсәлектәре һәм ареалы күрһәтелгән. 1845 йылда Н.Самойловтың «Охота в некоторых уездах Оренбургской губернии» исемле мәҡәләһе, һуңыраҡ С. Т. Аксаковтың (1852 йыл) «Записки ружейного охотника Оренбургской губернии» тигән мәҡәләһе баҫылып сыға. Ике эш тә Ырымбур менән сиктәш Башҡортостандың көньяҡ райондарының һунар ҡоштарына арналған. 1871 йылда М. Н. Богдановтың «Птицы и звери черноземной полосы Поволжья» исемле эшендә Башҡортостандың көнбайыш биләмәләрендәге сипылдауыҡ ҡоштар тураһында мәғлүмәт килтерә. 1878 йылда М. Д. Плескеның «Ornitologische Natizen Ost Rusland» исемле мәҡәләһенең күпселек өлөшө Башҡортостан буйынса. Ҡоштарҙың таралыуы тураһында мәғлүмәттәр Н. А. Северцевтең яҙмаларында ла күренә. 1887 йылда П. С. Назаровтың мәҡәләһе баҫылып сыға, унда ҡоштар исемлеге теҙмәһе һәм уларҙың ландшафтта таралыу урындары килтерелгән.

 
Һандуғас

15 йыл дауамында Ырымбур губернаһы далалары орнитофаунаһын Н. А. Зарудный өйрәнә. «Орнитологическая фауна Оренбургского края» исемле монографияһына (1888 йыл) көньяҡ Урал ҡоштары тураһында мәғлүмәттәр индерелгән. 1891 йылдан алып Миңзәлә өйәҙен (Өфө губернаһының төпкөл көнбайыш өлөшө) М. Д. Рузский өйрәнә. Уның Кама йылғаһы аша осҡан ҡоштар тураһындағы мәғлүмәте хәҙерге көндә лә ҡур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра. М. Д. Рузский Башҡортостанда Ирәндек, Ететуған күлдәрендә, Уралтауҙа, Ирәмәлдә була. Бындағы тикшеренеүҙәре тураһында мәҡәлә 1895 йылда баҫтырыла. Тикшеренеүҙәр ҡоштарҙың бала сығарғандан һуңғы һәм күсеүгә әҙерләнеү осорон солғап алған.

Марттан ноябргә тиклемге осорҙа көньяҡ Уралда Мәскәү университетын тамамлаған П. П. Сушкин (аҙаҡ академик) эшләй. Ул Башҡортостанда ете ай була һәм Өфө ҡалаһы сиктәрен һәм бөтә өйәҙҙәрен йөрөп сыға. Тикшеренеүҙәр һөҙөмтәһендә «Птицы Уфимской губернии» исемле монография яҙыла (1897 йыл). П. П. Сушкиндың ҡоштар исемлегендә 242 төр күрһәтелгән. 1864 йылда Өфө статкомитеты Өфө губерна музейын булдыра, бында губерна фаунаһы тураһында мәғлүмәттәр туплана башлай. XIX быуаттың 90-сы йылдарында Өфө губерна статкомитеты 10 томлы «Өфө губернаһының статистика мәғлүмәттәр йыйынтығын» баҫтыра, унда башҡалар менән бер рәттән фауна тураһында ла мәғлүмәттәр бар.

 
Күк күгәрсен

1901 йылда А. Н. Карамзиндың баҫылып сыҡҡан монографияһында Бәләбәй өйәҙе ҡоштары тураһында мәғлүмәттәр индерелгән.

1905 һәм 1910 йылдарҙа А. П. Толстойҙың һунар ҡоштарына арналған мәҡәләләре һунарсылыҡ журналдарында баҫылып сыға. 1913 йылда А. П. Райский Йылайыр ауылы тирәләрендә күҙәтеүҙәр үткәрә һәм «К орнитологической фауне Оренбургского края» исемле мәҡәлә яҙа. 1913 һәм 1916 йылдарҙа С. Г. Шехтерҙең һыу турғайының һәм ҡамыш турғайының биологияһына бағышланған бәләкәй мәҡәләләре донъя күрә. Уның тарафынан Өфө өйәҙе ҡоштары тураһында ла мәҡәлә яҙыла.

Көньяҡ Урал ҡоштарын өйрәнеүгә 1929 йылда асылған Башҡорт дәүләт ҡурсаулығы ҙур өлөш индерә. 30-сы йылдарҙа унда С. А. Северцев эшләй һәм ҡор һымаҡ ҡоштарҙың экологияһын өйрәнә, ә А. А. Герке (1932 йыл) тебейек һымаҡтар менән ҡыҙыҡһына.

1933 йылда Дөртөйлө районында Ағиҙел йылғаһы түбәнендә Мәскәү дәүләт университеты экспедицияһы эшләй. Экспедиция көҙгө ҡоштар коллекцияһын йыя. 1937 йылда Инйәр йылғаһы бассейнында студенттар менән күренекле орнитолог С. С. Птушенко эшләй һәм ҡоштарҙың коллекцияһын йыйып, университеттың зоомузейына тапшыра.

1939-40-сы йылдарҙа Башҡорт дәүләт ҡурсаулығында С. И. Снигиревский эшләй. 1941 йылда уның «Птицы Южного Урала» исемле тамамланмаған ҡулъяҙмаһында Көньяҡ Урал ҡоштары буйынса мәғлүмәттәр тупланған.

1932 йылда С. В. Кириков Көньяҡ Урал фаунаһын өйрәнеүҙе ихлас башлай. Тикшеренеүҙәр 1936 −1941 һәм 1944 -1946 йылдарҙа алып барыла. Уның тарафынан хәҙерге ваҡытта Мәскәү дәүләт университеты музейында һаҡланған 900-гә яҡын коллекция материалдары йыйыла. Уның эштәре «Птицы и млекопитающие в условиях ландшафтов южной оконечности Южного Урала» (1952 йыл) исемле монографияһында дөйөмләштерелгән.

 
Ҡарлуғас ояһында

Башҡортостан орнитофаунаһын өйрәнеү 50-се йылдарҙа көсәйә. Е. М. Ворорнцовтың (1949, 1951), А. П. Райскийҙың (1951), Н. П. Дубининдың һәм Т. А. Торопанованың (1956) орнитофауна тураһында мәҡәләләре баҫылып сыға. 1954 -1959 йылдарҙа Башҡортостандың үҙәк һәм төньяҡ райондарында В. Д. Ильичев эшләй.

1956—1958 йылдарҙа Үҙәк орнитология станцияһы хеҙмәткәрҙәре Ағиҙел йылғаһы тамағында ҡоштар осоп үтеүен күҙәткән (Приклонский, 1956, 1964, 1965).1956 йылда профессор В. А. Попов башланғысы менән Волга-Кама яҡтарының ҡоштарын өйрәнеү буйынса комплекслы программа эшләй. Тикшеренеүҙәр һөҙөмтәһендә ике томлы «Птицы Волжско-Камского края» (1977, 1978) тигән монография яҙыла.

Башҡорт ауыл хужалығы институты доценты К. С. Никифорук етәкселегендә зоология кафедраһында Башҡортостан хайуандары өйрәнелә башлай. «Животный мир Башкирии» исемле китапта ҡоштар бүлеге Д. Г. Яковенко һәм К. С. Никифорук тарафынан яҙылған. 1974—1976 йылдарҙа Көньяҡ уралда А. Н. Северцов исемендәге эволюция экологияһы һәм хайуандар морфологияһы институты хеҙмәткәрҙәре эшләй. 9,5 ай эсендә орнитология йәһәтенән ҡыҙыҡлы төбәктәр тикшерелә. Экспедиция ваҡытында 600 ҡош коллекцияһы йыйыла, 286 ҡош төрө буйынса мөғлүмәт туплана. Эш һөҙөмтәләре В. Д. Ильичевтың һәм В. Е. Фоминдың «Орнитофауна и изменение среды на примере Южно-Уральского региона» исемле китабында сағылдырылған (1988 йыл).


«Животный мир Башкирии» китабының икенсе баҫмаһы 1977 йылда сыға, ҡоштар тураһындағы бүлекте М. Г. Баянов яҙа һәм унда 272 ҡош төрө тасуирлана. 1995 йылда «Животный мир Башкортостана» китабы нәшер ителә. «Ҡоштар класы» М. Г. Баянов һәм А. Ф. Маматов тарафынан яҙыла һәм 287 ҡош төрөнөң биологияһы күрһәтелә.

1984 — 2004 йылдарҙа «Башҡортостан Республикаһының Ҡыҙыл китабы» нәшер ителә. Был китапҡа 112 төр хайуан индерелгән, шуларҙың 49 төрө ҡоштар. А. Ф. Маматовтың (1967—2008 йылдар) эштәре һыу ҡоштарына арналған. Уның 300-гә яҡын баҫма эштәре бар.

ХХ быуаттың 60-сы йылдарында ҡоштарҙы өйрәнеүҙә профессор М. Г. Баянов етәкселегендә яңы йүнәлеш барлыҡҡа килә — орнитогельминтология. Паразит селәүсендәрҙең төрөн билдәләү өсөн уларҙы йөрөтөүсе ҡоштарҙың дөрөҫ исемен белергә кәрәк. XVII быуаттың уртаһынан хәҙерге көнгә саҡлы Башҡортостан ҡоштарын өйрәнеү менән 100-гә яҡын тикшеренеүсе шөғөлләнгән, 450-нән күберәк фәнни эш яҙылған.

Башҡортостан ҡоштары систематикаһы

үҙгәртергә

Хәҙерге ваҡытта донъя орнитофаунаһына 8600 төр инә, шуларҙың 720-һе Рәсәйҙә, 300 төрө Башҡортостанда теркәлгән. Был һан тикшеренеүҙәр алып барыу һөҙөмтәһендә үҙгәреп тора. Рәсәй ҡоштары 18 отрядҡа, ә Башҡортостан ҡоштары 17 отрядҡа ҡарай. Беҙҙә буревестник һымаҡтар юҡ.

Отряд Ғаилә Төрҙәр
1 Ҡағараҡ һымаҡтар (Гагарообразные, Gaviiformes)
  1. Ҡағараҡтар (Гагаровые, Gaviidae)
  1. Ҡағараҡ (Gavia arctica), ауымбаҡ (Gavia stellata)
2 Сыпҡай һымаҡтар (Поганкообразные, Podicipediformes)
  1. Сыпҡайҙар (Поганковые, Podicipedidae)
  1. Аҡбаш сыпҡай (Podiceps grisiegena); урҙан (Podiceps cristatus); ҡолаҡлы сыпҡай (Podiceps auritus); ҡарамуйын сыпҡай (Podiceps nigricollis)
3 Берғаҙан һымаҡтар (Пеликанообразные, Pelecaniformes)
  1. Берғаҙандар (Пеликановые, Pelecanidae)
  2. (Баклановые, Phalacrocoracidae)
  1. Берғаҙан (ҡотан, пеликан), (Pelecanus crispus); алһыу пеликан (Pelecanus onocrotalus)
  2. Диңгеҙ бөркөтө (Phalacrocorax carbo)
4 Ҡауҙы һымаҡтар (Аистообразные, Ciconiformes)
  1. Ҡауҙылар (Аистовые, Ciconiidae)
  2. Селән һымаҡтар (Цаплевые, Ardeidae)
  1. Ҡара ҡауҙы (Coconia nigra)
  2. Селән (Ardea cinerea) аҡ селән (Ardea alba); ҡауылдаҡ селән (Nycticorax nycticorax); мөншөгөр (Botaurus stellarus); ваҡ мөншөгөр (Ixobrochus minutus)
5 Ҡаҙ һымаҡтар (Гусеобразные, Anseriformes)
  1. Өйрәктәр (Утиные; Anatidae)
  1. * Ҡаҙҙар: ҡыҙыл муйынлы ҡаҙ (Rufibrenta ruficollis); ҡара ҡаҙ (Branta bernicla); аҡ яңаҡ ҡаҙ (Branta leucopsis); ала ҡаҙ йәки ҡыр ҡаҙы (Anser anser); сыбар ҡаҙ (Anser fabalis); ҡашҡа ҡаҙ (Anser albifrons); сәңкелдәк ҡаҙ йәки ваҡ ҡашҡа ҡаҙ (Anser erythropus); аҡ ҡаҙ (Chen caerulescens). * Аҡҡоштар: ҡаңҡылдаҡ аҡҡош (Cygnus cygnus); ваҡ аҡҡош (Cygnus bewickii); ышылдаҡ аҡҡош (Cygnus olor). * Аласабырҙар: аласабыр йәки аласыбар (Tadorna tadorna); туралаҡаҙ йәки ҡара ерәнсәй (Tadorna ferruginea). * Йылға өйрәктәре: һуна өйрәге (Anas platyrhynchos); ҡылғойроҡ (Anas acuta); ҡашҡалаҡ йәки ҡашҡа өйрәк (Anas penelope); һоро өйрәк (Anas strepera); ҡашыҡморон (Anas clypeata); һыҙғыраҡ сөрәгәй (Anas crecca); керелдәк сөрәгәй (Anas guerguedula). * Ҡарабаш өйрәктәр: ерәнсә сумғыс (Netta rufina); сумғалаҡ өйрәк (Aythya ferina); ала сумғыс өйрәк (Aythya fuligula), ҡарабаш өйрәк (Aythya marila); мәрйенгүҙ (Aythya nyroca); эяла (Clangula hyemalis); боған йәки буған (Bucephala clangula); ҡарасабан (Melanitta fusca); синьга (Melanitta nigra). * Аҡбаш өйрәктәр: аҡсабан йәки аҡ өйрәк (Mergus albellus); ҡушы йәки беле (Mergus serrator); ҡушбаш өйрәк йәки балыҡсы өйрәк (Mergus merganser); аҡбаш өйрәк, күк томшоҡ (Oxyura leucocephala)
6 Ыласын һымаҡтар (Соколообразные, Falconiformes)
  1. Кәлмәргәндәр (Скопиные; Pandionidae)
  2. Ҡарсығалар (Ястребиновые; Accipitridae)
  3. Ыласындар (Соколиные; Falconidae)
  1. Кәлмәргән йәки балыҡсы һары (Pandion haliaetus)
  2. Ҡарсығалар: * Бөркөттәр: Бөркөт (Aguila chrysaetus); көсөгән йәки дала бөркөтө (Aguila heliaca); ялан бөркөтө (Aguila rapax); ҡарағош (Aguila clanga); һар (Buteo buteo); ялан һары (Buteo rufinus); йомағара; тау һары йәки ҡар һары (Buteo lagopus); һағыҙаҡ һары (Hernis apivorus); диңгеҙ бөркөтө; балыҡ бөрөкөтө йәки аҡҡойроҡ бөрөкөт (Haliaeetus albicilla); диңгеҙ бөркөтө (Haliaeetus leucoryphus); төйлөгән (Milvus migrans); * Ҡарсығалар: ҡор ҡарсығаһы (Accipiter gentilis); тювик (Accipiter brevipes); ваҡ ҡарсыға (Accipiter nisus); һунағара йәки йылан һары (Circaetus gallicus); * Көйгәнәктәр: ялан көйгәнәге (Circus macrourus); баҫыу көйгәнәге (Circus cyaneus); болон көйгәнәге (Circus pygargus); ҡамышҡара, һаҙ көйгәнәге (Circus aeruginosus); * Ҡомайҙар: аҡ башлы ҡомай (Gyps fulvus); * Грифтәр : таҙғара йәки таҙ бөркөт (Aegypius monachus);
  3. Балапан ыласын (Falco cherrug); ыласын (Falco peregrinus); ҡыйғыр ыласын (Falco subbuteo); шоңҡар (Falco rusticolus); торомтай (Falco tinnunculus); ялан торомтаһы (Falco naumanni); яғылбай йәки яғалбай (Falco columbarius); мүктәрге (Falco vespertinus)
7 Тауыҡ һымаҡтар (Курообразные; Galliformes)
  1. Селдәр (Тетеревиные; Tetraonidae)
  2. Фазандар (Фазановые; Phasianidae)
  1. Сел йәки божор (Bonasia (Tetraster) bonasia); ҡор, аҙан (Lyrurus tetrix); һуйыр, атаһы — ҡара һуйыр (Terao urogallus); ағуна (Lagopus lagopus)
  2. Бытбылдыҡ, бүҙәнә (Coturnix coturnix); ҡыр тауығы (Perdix perdix)
8 Торна һымаҡтар (Журавлеобразные; Gruiformes)
  1. Торналар (Журавлиные; Gruidae) 
  2. Тартайҙар (Пастушковые;  Rallidae) 
  3. Туғаҙаҡтар (Дрофиновые; Otidae) 
  1. Һоро торна (Grus grus); аҡ торна (Grus leucogeranus)
  2. Тартай, тарттарт (Crex crex); һыу тауығы, тәтелдәгес (Rallus aguaticus); ҡупый, һыу тауығы (Porzana porzana); һыу бүҙәнәһе (Porzana parva); һыу себеше (Porzana pussilla); ҡамыш тауығы (Gallinula chloropus); ҡашҡабаш, таҙбаш (Fulica atra)
  3. Туғаҙаҡ, дөйәғош (Otis tarda); биҙгәләк (Otis tetrax); сибәр туғаҙаҡ (дрофа красотка); (Chlamydotis undulata)
9 Сәпсәү һымаҡтар(Ржанкообразные; Charadriiformes)
  1. Авдотковые (Burhinidae)
  2. Сәпсәүҙәр (Ржанковые; Charadriidae)
  3. Беҙсуҡышлылар (Шилоклювые; Recurvirostridae)
  4. Көйөлдөләр (Кулики-сороки; Haematopodidae)
  5. Плавунчиковые (Phalaropidae)
  6. Һаралйындар (Бекасовые; Scolopacidae)
  7. Сипылдауыҡтар (Тиркушковые; Glareolidae)
  1. Сыбар көйөлдө (Burhinus oedicnemus)
  2. Тулес (Pluvialis sguatarola); алтын сәпсәү (Pluvalis apricaria); ала сәпсәү (Eudromaias morinellus); ваҡ сәпсәү (Charadrius dubius); шарфлы сәпсәү (Charadrius hiaticula); Тәгәрлек (Vanellus vanellus); ялан тәгәрлеге (Chettusia gregaria)
  3. Оҙонаяҡ сәпсәү (Himantopus himantopus); беҙсуҡыш (Recurvirosta avosetta)
  4. Ҡом һайыҫҡаны; ҡыҙыл суҡышлы һайыҫҡан (Haematopus ostralegus)
  5. Круглоносый плавунчик (Phalaropus lobatus) 6. Сәпсәүҙәр: Ҡара сәпсәү (Tringa ochropus); божор сәпсәү (Tringa glareola); ҙур сәпсәү (Tringa nebularia); һаҙ сәпсәүе (Tringa stagnatilis); тәтелдәүес, ҡыҙылаяҡ сәпсәү (Tringa totanus); ҡупшы турғай (Щеголь); (Tringa erythropus); тебет (Tringa (= Actitis) hypoleucos); көгөрләүек (Tringa (= Xenus) cinerea); ҡорохтан, һуғышсы сәпсәү (Philomachus pugnax); ҡыҙылтүш сәпсәү (Calidris ferruginea); ҡаратүш сәпсәү (Calidris alpina); сәпсәү турғай (Calidris minula); блохвостый песчаник (Calidris timminckii); исландский песочник (Calidris canutus); песчанка (Calidris alba); грязовик (Limicola falcinellus);
  6. Һаралйындар: һаралйын; урман тәкәһе (Gallinago gallinago); ҙырҡыуыт (Gallinago media); ваҡ  һаралйын (Lymnocryptes minimus); ҡурпысыҡ, урман өйрәге (Scolopax rusticola) көйөлдө (Numenius arguata); һаҙ көйөлдөһө (Numenius phaeopus); ҡыҙғатау (Limosa limosa); бәләкәй ҡыҙғатау (Limosa lapponica); малый веретенник (Limosa lapponica)
  7. Сипылдауыҡ (Glareola nordmanni)
Аҫ отряд Сарлаҡтар
  1. Сарлаҡ һымаҡтар (Чайковые; Laridae)
  • Клуша аҡсарлаҡ, ҡарағанат аҡсарлаҡ (Larus fuscus); аҡбаш аҡсарлаҡ (Larus cachinnans); ҙур ҡарабаш аҡсарлаҡ (Larus ichthyaetus); күк аҡсарлаҡ (Larus canus); аҡсарлаҡ; күл сарлағы (Larus ridibundus); ваҡ аҡсарлаҡ; (Larus minitus); обыкновенная моевка (Rissa tridactyla)
  • Сарлаҡтар (крачки) — ҡара сарлаҡ (ҡара аҡсарлаҡ; һаҙ аҡсарлағы) (Chlidonias nigra); аҡҡанат аҡсарлаҡ (Chlidonias leucopterus); аҡтамаҡ аҡсарлаҡ (Chlidonias hybrida); йылға аҡсарлағы; ҡарабаш аҡсарлаҡ (Sterna hirundo)
10 Күгәрсен һымаҡтар (Голубеобразные; Columbiformes)
  1. Күгәрсендәр (Голубиновые; Columbidae)
  2. Рябковые (Pterocletidae)
  1. Күк күгәрсен; йорт күгәрсене (Columba livia); урман күгәрсене (Columba oenas); алатүбә, ҙур күгәрсен (Columba palumbus); әберсен, ҡыр күгәрсене (Streptopelia turtur); ҙур әберсен (Streptopelia orientalis); ҡала әберсене (Streptopelia decaocto)
  2. Саджа (Syrhaptes paradoxus)
11 Кәкүк һымаҡтар (Кукушкообразные; Cuculiformes)
  1. Кәкүктәр (Кукушковые; (Cuculidae)
  1. Кәкүк, какүк (Cuculus canorus); һаҡау кәкүк (Cuculus saturatus)
12 Ябалаҡ һымаҡтар (Совообразные; Strigiformes)
  1. Ябалаҡтар (Совиные; Strigidae)
  1. Өкө, ҡолаҡлы ябалаҡ (Bubo bubo); ҡуян ябалағы (Nyctea scandiaca); һомай, һаҡалтай ябалаҡ (Strix nebulosa); Урал ябалағы  (Strix uralensis); һоро ябалаҡ (Strix aluco); ҡарсыға ябалағы (Surnia ulula); ҡолаҡлы ябалаҡ (Asio otus); һаҙ ябалағы (Asio flammeus); йоҡосан ябалаҡ (Otus scops); һупайҙы, һупылдаҡ ябалаҡ (Aegolius funereus); байғош, байғош ябалаҡ (Athene noctua); һаҡ, суҡ, кесекәй ябалаҡ (Glaucidium passerinum)
13 Төн күгәрсене һымаҡтар (Козоедообразные; Caprimulgiformes)
  1. Төн күгәрсендәре (Козодоевые; Caprimulgidae)
  1. Төн күгәрсене, ҡурайсы, тырылдаҡ (Caprimulgus europaeus)
14 (Стрижеобразные; Apodiformes)
  1. (Стрижиные; Apodidae)
  1. Был бүлеккә ҡарлуғастарҙан тыш колибриларҙы ла индерәләр. Ҡала ҡарлуғасы (Apus apus)
15 Ракша һымаҡтар (Ракшеобразные; Coraciiformes)
  1. Күк ҡарғалар (Сизоворонковые; Coraciidae)
  2. Балыҡсы турғайҙар (Зимородковые; Alcedinidae)
  3. Сыбарсайҙар (Щурковые; Meropidae)
  4. Һөҙһөттәр (Удодовые; Upupidae)
  1. Күк ҡарға, күк ҡош, күксәй (Coracias garrulus)
  2. Балыҡсы турғай, тәтәй ҡош, ожмах ҡошо (Alcedo atthis)
  3. Йәшелғош (Merops apiaster)
  4. Һөҙһөт, һөтөт, һөпөп, өҙөһөт, бупуп, бипапай, һупылдаҡ, һоңҡолдауыҡ (Upupa epops)
16 Тумыртҡа һымаҡтар (Дятлообразные; Piciformes)
  1. Тумыртҡалар (Дятловые ; Picidae)
  1. Ҡара тумыртҡа, ҡара туҡран (Dryocopus martius); буҙ тумыртҡа (Picus canus); ҙур тумыртҡа, сыбар тумыртҡа (Dendrocopos major); аҡһырт тумыртҡа (Dendrocopos leucotos); ваҡ тумыртҡа (Dendrocopos minor); һарыбаш тумыртҡа (Picoides tridactylus); борғандаҡ (Jynx torguilla)
17 Турғай һымаҡтар (Воробьеобразные; Passeriformes)

Доньяла 5100 төр; шуларҙың 120 төрө Башҡортостанда билдәле; улар 23 ғаиләгә берләштерелгән.

  1. Ҡарлуғастар (Ласточковые; Hirundinidae)
  2. Һабан турғайҙары (Жаворонковые; Alaudidae)
  3. Сәпсектәр (Трясогузковые; Motacillidae)
  4. Ҡарағанаттар (Сорокопутовые; Laniidae)
  5. Һары турғайҙар (Ивольговые; Oriolidae)
  6. Сыйырсыҡтар (Скворцовые; Sturnidae)
  7. Ҡоҙғондар (Врановые; Corvidae)
  8. Суҡтурғайҙар (Свиристелевые; Bombicillidae)
  9. Һыу турғайҙары (Оляпковые; Cinclidae)
  10. Кесерткән турғайҙары (Крапивниковые; Troglodytidae)
  11. Сөрәкәләр (Завирушковые; Prunellidae)
  12. Ҡупшыҡайҙар (Славковые; Sylviidae)
  13. Кәрлә турғайҙар (Корольковые; Regulidae)
  14. Себен турғайҙары (Мухоловковые; Muscicapidae)
  15. Барҡылдаҡтар (Дроздовые; Turdidae)
  16. Мамыҡастар (Суторовые; Paradoxornitidae)
  17. Ҡарабаш турғайҙар (Синицевые; Paridae)
  18. Үрмәлсектәр (Поползневые; Sittidae)
  19. Һайраусы турғайҙар (Пищуховые; Certhiidae)
  20. (Ткачиковые; Passeridae)
  21. Алаҡас турғайҙар (Вьюрковые; Fringillidae)
  22. Һоло турғайҙары (Овсянниковые; Emberizidae)
  1. Яр ҡарлуғасы (Riparia riparia); ҡала ҡарлуғасы (Delichon urbica); ауыл ҡарлуғасы (Hirundo rustica)
  2. Һабан турғайы (Alauda arvensis); аҡҡанат һабан турғайы (Melanocorypha leucoptera); ҡара һабан турғайы (Melanocorypha yeltoniensis); буҙтурғай (Melanocorypha calandra); йүрелек (Lullula arborea)
  3. Урман деүете (Anthus trivialis); һаҙ деүете (Anthus pratensis); деүет, ҡыр деүете (Anthus campestris); һары сәпсек (Motacilla flava); туғай сәпсеге (Motacilla lutea); һарыбаш сәпсек (Motacilla citreola); тау сәпсеге (Motacilla cinerea); аҡ сәпсек, боҙтишкес (Motacilla alba)
  4. Ҡарағанат, ваҡ һайыҫҡан (Lanius collurio); алағанат, ваҡ һайыҫҡан (Lanius minor); ваҡ һайыҫҡан, алағанат (Lanius excubitor)
  5. Һарығош, үтәбикә (Oriolus oriolus)
  6. Сыйырсыҡ (Sturnus vulgaris); алһыу ҡош (Sturnus roseus)
  7. Ала ҡарға (Corvus cornix); ҡоҙғон (Corvus corax); ҡара ҡарға (Corvus frugilegus); сәүкә (Corvus monedula); һайыҫҡан (Pica pica); бараба, урман сәүкәһе (Garrulus glandarius); ҡыжғылдаҡ (Perisoreus infaustus); баян ҡош, сыбар һайыҫҡан (Nicifraga caryocatactes)
  8. Суҡтурғай (Bombycilla garrulus)
  9. Һыу турғайы, аҡтүш сумғалаҡ (Cinclus cinclus)
  10. Кесерткән турғайы (Troglodytes troglodytes)
  11. Сөрәкә турғай (Prunella modularis)
  12. * Һылыуҡастар (ҡупшыҡайҙар) — һоро килейек (Sylvia communis); баҡса килейеге ((Sylvia borin); килейек ((Sylvia curruca); ҡарабаш килейек ((Sylvia atricapilla); сыбар килейек ((Sylvia nisoria). * Төйөттәр — төйөт (Phylloscopus trochilus); тәңкелдәк төйөт (Phylloscopus collybita); йәшел төйөт (Phylloscopus trochiloides); сипылдаҡ төйөт (Phylloscopus sibilatrix); * Сирҡылдаҡ турғайҙар- әберсә турғайы (Hippolais icterina); сирҡылдаҡ турғай (Hippolais caligata). * Ҡамыш турғайҙары — туғай турғайы (Acrocephalus arundinaceus); ҡурҙай, ҡамыш турғайы (Acrocephalus palustris); тал ҡурҙайы (Acrocephalus dumetorum); сыбар ҡурҙай (Acrocephalus schoenobaenus); алабаш турғай (Acrocephalus paludicola); ҡамыш ҡурҙайы (Acrocephalus scirpaceus); * Безелдәктәр (сверчки) — йылға безелдәге, сырылдаҡ турғай (Locustella fluviatilis); безелдәк, сиңерткә турғай (Locustella naevia); йырсы безелдәк (Locustella luscinioides)
  13. Кәрлә турғай (Regulus regulus)
  14. Себен турғайы (Muscicapa striata); ала себен турғайы (Ficedula hypoleuca); аҡмуйын себен турғайы (Ficedula albicollis); ваҡ себен турғайы (Ficedula parva)
  15. * Барҡылдаҡтар — мышар барҡылдағы (Turdus pilaris); сыбар барҡылдаҡ (Turdus viscivorus); ҡыҙылбауыр барҡылдаҡ, ҡашҡа барҡылдаҡ (Turdus iliacus); йырсы барҡылдаҡ (Turdus philomelos); ҡара барҡылдаҡ (Turdus merula); сыбар барҡылдаҡ (Zoothera dauma); * Таштурғайҙар — таштурғай (Oenanthe oenanthe); таҙ таштурғай (Oenanthe pleschanka); бейеүсе таштурғай (Oenanthe isabellina) ; * Шаҡылдаҡтар — шаҡылдаҡ (Saxicola rubetra); ҡарабаш шаҡылдаҡ (Saxicola torguata); утҡойроҡ (Phoenicurus phoenicurus); таң турғайы (Erithacus rubecula); * Һандуғастар — һандуғас, былбыл (Luscinia luscinia); күкҡойроҡ (Luscinia (=Tarsiger) cyanurus); шиҡылдаҡ (Luscinia svecica)
  16. Мамыҡас (Aegithalos caudatus); ҡарабаш турғай (Panurus biarmicus)
  17. Ҡоролдай (Remiz pendulinus); майсыл, майгис (Parus major); обыкновенная (зеленая) лазаревка (Parus caeruleus); буран турғайы, аҡ турғай (Parus cyanus); бесбесей (Parus ater); тебейек, тибит (Parus montanus); ҡарабаш тебейек (Parus palustris); бүрекле тебейек (Parus cristatus)
  18. Үрмәлсек турғай, тилеғош (Sitta europaea)
  19. Сипылдаҡ, һайрар ҡош (Certhia familiaris)
  20. Ялан турғайы (Passer montanus); йорт турғайы (Passer domesticus)
  21. Алағанат турғай (Fringilla coelebs); аҡбауыр турғай (Fringilla montifringilla); йәшел турғай (Carduelis (=Chloris) chloris); һары турғай (Carduelis (=Spinus) spinus); ҡупшы турғай (Carduelis carduelis); киндер турғайы (Acanthis cannabina); таҡыя турғай (Acanthis flammea); ҡантүш, алһыу турғай (Carpodacus erythrinus); ҡыҙыл ҡарағай турғайы (Pinicola enucleator); шыршы турғайы (Loxia curvirostra); урагус (Uragus sibiricus); ҡыҙылтүш турғай (Pyrrhula pyrrhula); һоро балан турғайы (серый снегирь; Pyrrhula cineracea); балғабаш; ҡалынморон (Coccothraustes coccothraustes)
  22. Һоло турғайы (Emberiza citrinella); аҡбүрек һоло турғайы (Emberiza leucocephala); ҡамыш һоло турғайы (Emberiza schoeniclus); һоло ҡоролдайы (Овсянка-ремез; Emberiza rustica); ваҡ һоло турғайы (Emberiza pusilla); һаҙ турғайы (Emberiza fureola); баҡса турғайы (Emberiza hortulana); юл турғайы (Calcarius lapponicus); аҡбаш турғай (Plectrophenax nivalis)

Башҡортостан ҡоштарының башҡортса атамалары

үҙгәртергә

Башҡортостан ҡоштарының башҡортса атамаларын өйрәнеү һәм теркәү менән филология фәндәре кандидаты Таһир Ғәлләм улы Байышев , филология фәндәре докторы Эрнст Фәйзрахман улы Ишбирҙин, биология фәндәре докторы Әнүәр Фәризун улы Маматов шөғәлләнгән.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  • Баянов М. Г., Маматов А. Ф. Птицы Южного Урала. — Уфа: Китап, 2009. — 376 с.
  • Дементьев Г. П., Гладков Н. А. Птицы Советского Союза. Т. 1 — 6.М.: Советская наука, 1951—1954.
  • Кучеров Е. В., Ильичев В. Д. Охотничье-промысловые птицы Башкирии и их охрана. Уфа, 1961. 120с.
  • Карташёв Н. Н. Систематика птиц. — М.: Высшая школа, 1974. — 362 с.
  • Лоскутова Н. М. Редкие хищные птицы Башкирского заповедника // Экология и охрана хищных птиц. М., 1983. с. 17-20.
  • Ишбирҙин Э. Ф. Башҡортостан ҡоштары. Өфө, Башҡортостан китап нәшриәте, 1986.
  • Иванов А. И., Штегман Б. К. Краткий определитель птиц СССР. — М.—Л.: Наука, 1964. — 528 с.
  • Промптов А. Н. Птицы в природе. Л: Учпедгиз, 1960, 490 с.
  • Шварц С. С., Павлинин И. Н., Данилов Н. Н. Животный мир Урала. Свердловск: Гос.кн.изд., 1951. 123с.
  • Яковенко Д. Г. Охотничье-промысловые птицы // Животный мир Башкирии. Уфа: Башкнигоиздат, 1949. с. 75-94.

Һылтанмалар

үҙгәртергә