Аҡ сәпсек
Аҡ сәпсек | ||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Фәнни классификация | ||||||||||||||
|
||||||||||||||
Латинса исеме | ||||||||||||||
Motacilla alba Linnaeus, 1758 | ||||||||||||||
|
Аҡ сәпсек (кәмәрсек, кәмәрсен, боҙтишкес, сәберсәк, сәбәрсен) (лат. белая трясогузка, лат. Motacilla alba) — Австралиянан башҡа бөтә илдәрҙә йәшәй, бөжәктәр менән туҡлана, йорт тирәһендә йыш оялай, ерҙә йөрөгәндә ҡойроғон һелкетеп йөрөй торған ҡаралы сыбар аҡ сәпсек.
Ҡылыҡһырлама
үҙгәртергәТурғай ҙурлыҡ. Оҙон ҡойроҡло һәм төҙөк кәүҙәле матур ҡош. Ҡойроғон өҙлөкһөҙ бәүелтеп, туҡтай-туҡтай йүгереп йөрөй. Арҡаһы, аҡһыл һоро, түбәһе, елкәһе ҡуйы һоро. Тамағы, түше, ҡанаттары һәм ҡойроғо ҡара. Ҡанаттарында, ҡойроғоноң ике яҡ ситендә аҡ һыҙыҡтар бар, ҡорһаҡ яғы аҡ. Башҡа сәпсектәрҙән. дөйөм аҡ төҫө менән айырыла.
Тауышы
үҙгәртергәТауышы яңғырауыҡлы: «тити-түри», «тирлит».
Йәшәү рәүеше
үҙгәртергәЙылға буйҙарында йәшәй. Бөжәктәр менән туҡлана. Күсмә ҡош. Киң таралған. Таш араларында, ағас ҡыуыштарында, иҫке ҡоролмаларҙа оялай, һоро таплы 5—6 бөртөк аҡ йомортҡаһы була.
Галерея
үҙгәртергә-
Cuculus canorus canorus + Motacilla alba
Әҙәбиәт
үҙгәртергәЭ. Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары китабы. Өфө,1986 йыл. ИБ № 3478 28.693.35 И 90
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Позвоночные животные России: Белая трясогузка(недоступная ссылка)
Был орнитология тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |