Сипылдауыҡ
Сипылдауыҡ | ||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Фәнни классификация | ||||||||||||||
|
||||||||||||||
Латинса исеме | ||||||||||||||
Glareola nordmanni | ||||||||||||||
|
Сипылдауыҡ, ҙур ҡарлуғас, ялан-ҡарлуғасы (степная тиркушка)

Күгәрсендән бәләкәйерәк. Оҙон тар ҡанатлы ҡош. Парлашып һәм күмәкләшеп йөрөйҙәр. Ҡойроғо айырсалы. Ҡойроҡ өҫтө, ҡорһағы аҡ, һырты ҡара-көрән. Түше ерән. Тамағындағы асыҡ һарғылт ерән тап ҡара һыҙат менәң уратылған. Суҡышы ҡара, ауыҙының сите ҡыҙыл, аяҡтары ҡара. Ҡарлуғастан байтаҡ ҙур булыуы менән айырыла.
Тауышы яңғырауыҡлы: «пийп-пийп-пийп» йәки «керр».
Батҡыллы йылға һәм күл буйҙарында йәшәй. Төп аҙығы — сиңерткә, башҡа бөжәктәр менән дә туҡлана. Күсмә ҡош. Урыны менән киң генә таралған. Ояһы ерҙә. һарғылт көрән һәм ҡара төртөктәр, сыймалаҡтар менән ҡапланған 2—3 бөртөк һарғылт йомортҡаһы була.
![]() |
Был орнитология тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |