Һыу себеше
Һыу себеше | ||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Фәнни классификация | ||||||||||||||
|
||||||||||||||
Латинса исеме | ||||||||||||||
Porzana pusilla (Pallas, 1776) | ||||||||||||||
|
Һыу себеше (лат. Погоныш-крошка,лат. Porzana pusilla)[1] (лат. Zapornia pusilla) — сыйырсыҡтан бәләкәйерәк, һирәк оса торған бик һаҡ ҡош.
Халыҡ-ара Ҡыҙыл китап Ҙур хәүеф янамай IUCN 3.1 Least Concern : / 106002901 |
Күберәк ерҙән йүгереп йөрөй. Осҡанда оҙон аяҡтары һалынып бара. һырты ҡара таптар менән сыбарланған ҡара-көрән, муйынының аҫ яғы күкһел һоро, түше аҡ, ҡорһағы һәм ҡойроҡ аҫты ҡара арҡыры һыҙыҡлы аҡ.
Таралыуы һәм төрҙәре
үҙгәртергәЯпония, Һиндостан, Көньяҡ Азия, Көньяҡ Африка, Мадагаскар, Австралия һәм Яңы Зеландияла киң таралған. Үҙәк Европала тик ҡайһы бер урындарҙа ғына даими осрай. Был күсәр ҡоштар, Урта диңгеҙ бассейнында ҡышлай. Ҡышҡа Сахара аша Көньяҡ Африка Республикаһына осалар.
6 төрө бар[2]:
- Z. p. intermedia (Hermann, 1804) — Европаның көнбайышынан Кесе Азияға тиклем, Африканың төньяғы, көнсығышы һәм көньяғы, Мадагаскар
- Z. p. pusilla (Pallas, 1776) — Европаның көнсығышынан Азия үҙәгенә һәм көнсығышына тиклем
- Z. p. Mira (Riley, 1938) — Калимантан
- Z. p. mayri (Junge, 1952) — Үҙәк Яңы Гвинеяның көнбайышы һәм көнсығышы
- Z. p. palustris (Gould, 1843) — Төньяҡ-көнсығыш Яңы Гвинея һәм Австралия (көньяҡ-көнсығыш һәм көньяҡ Австралия һәм Тасманияны иҫәпкә алмағанда)
- Z. p. affinis (Gray, 1845) — Яңы Зеландия (Төньяҡ, Көньяҡ, Стюарт утрауҙары)
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Э. Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары китабы. Өфө,1986 йыл. ИБ № 3478 28.693.35 И 90
- Остапенко В. А. Птицы в вашем доме: Справочное пособие. — М.: Арнадия, 1996. — ISBN 5-88666-011-9
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Бёме Р. Л., Флинт В. Е. Пятиязычный словарь названий животных. Птицы. Латинский, русский, английский, немецкий, французский. / под общей редакцией акад. В. Е. Соколова. — М.: Рус. яз., «РУССО», 1994. — 845 с. — 2030 экз. — ISBN 5-200-00643-0.
- ↑ Welcome (ингл.). IOC World Bird List (v). Дата обращения: 25 март 2023.