Сел (урыҫ. рябчик)— Европаның һәм Азияның төньяҡ һәм уртаса бүлкәт урмандарында күсмәй йәшәй, бөжәктәр, еләктәр һәм ағас бөрөләре менән туҡлана торған, мөһим ау ҡошо булған уртаса ҙурлыҡтағы ҡош.
Божор, бозор. Ҡарғанан бәләкәйерәк. Бәләкәй тауыҡҡа оҡшаған. Башында бүрке бар. Ерҙән көслө пырхылдап күтәрелә. Йыш ҡына ағасҡа ҡуна. һырты ҡара һы¬ҙыҡлы һорғолт көрән, ҡорһағы эре көрән таплы аҡһыл һоро. Яурындары ерән. Муйынының ике яғынан аҡ һыҙыҡ үтә. Ата ҡоштоң тамағы ҡара. Күҙҙәре өҫтөндә ҡыҙыл ҡашы бар. Башҡа ҡоштар менән бутарлыҡ түгел.
Тауышы — нескә генә һыҙғырыу.
Аралаш һәм ылыҫлы урмандарҙа йәшәй. Күберәк йылғаға яҡын урынды һайлай. Еләк, үлән орлоҡтары, бөжәктәр, ағас бөрәһе менән туҡлана. Ултыраҡ ҡош. Киң таралған. Ояһы ерҙә. Ҡыҙыл-көрән таптар менән сыбарланған 8—10 бөртөк һарғылт йомортҡаһы була. Ите әсән аулайҙар.
Ҡайһы бер райондарҙа селде «божор» тип йөрөтәләр.
- ↑ Инглиз орнитологы Р Гульд рәсеме. (ингл. John Gould).
{{|ru}}