Баҫыу көйгәнәге
Баҫыу көйгәнәге | ||||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Фәнни классификация | ||||||||||||||||
|
||||||||||||||||
Латинса исеме | ||||||||||||||||
Circus cyaneus (Linnaeus, 1766) | ||||||||||||||||
Синонимдары | ||||||||||||||||
|
||||||||||||||||
Ареал | ||||||||||||||||
Оялау урыны
Йыл буйы йәшәйҙәр Ҡышҡы миграция | ||||||||||||||||
|
Баҫыу көйгәнәге (рус. полевой, или обыкновенный лунь, лат. Circus cyaneus)— ҡарсығалар ғаиләһенән ҙур булмаған йыртҡыс ҡош.
Халыҡ-ара Ҡыҙыл китап Ҙур хәүеф янамай IUCN 3.1 Least Concern : / 106003407 |
Ҡылыҡһырлама
үҙгәртергәҘурлығы ҡарғалай. Ҡанаттары һәм ҡойроғо оҙон булғанға, байтаҡ ҙур күренә. Төҫтәре бер төрлө түгел, һырты аҡһыл һоронан алып ҡара-көрәнгә тиклем. Ҡорһаҡтары һәм ҡойроҡ төптәре аҡ. Ҡайһы берҙәренең аҫ яғы сыбар. Ҡанаттарының остары ҡара. Башҡа көйгәнәктәрҙән ҡойроҡ төбө аҡ булыуы менән айырыла.
Тауышы
үҙгәртергәЯңғырауыҡлы сырылдай: «сырр-сырр».
Йәшәү рәүеше
үҙгәртергәЯланда, баҫыуҙарҙа йәшәй. Ваҡ кимереүселәр менән туҡлана. Күсмә ҡош. Киң генә таралған. Ерҙә, үлән араларында оялай. 4—5 бөртөк йәш¬келт аҡ йомортҡаһы була. Зарарлы кимереүселәрҙе ҡырып, файҙа килтерә.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Э. Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары китабы. Өфө,1986 йыл. ИБ № 3478 28.693.35 И 90
- Остапенко В. А. Птицы в вашем доме: Справочное пособие. — М.: Арнадия, 1996. — ISBN 5-88666-011-9