Сөрәкә турғай
Сөрәкә турғай | ||||||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Фәнни классификация | ||||||||||||||||||
|
||||||||||||||||||
Латинса исеме | ||||||||||||||||||
Prunella modularis (Linnaeus, 1758) | ||||||||||||||||||
Синонимы | ||||||||||||||||||
| ||||||||||||||||||
|
Сөрәкә турғай (лат. Prunella modularis, рус. Лесная завирушка) — түрғайҙан бәләкәйерәк ҡош.
Халыҡ-ара Ҡыҙыл китап Ҙур хәүеф янамай IUCN 3.1 Least Concern : / 149202 |
ҠылыҡһырламаҮҙгәртергә
Турғайҙан бәләкәйерәк. Ерҙә йәки ҡыуаҡтарҙа йөрөүсе бик һаҡ ҡош. һайрағанда ағас остарына күтәрелә, һырты буй-буй ҡара таптар менән сыбарланған ҡара-көрән.Түше һоро, ҡорһағы һорғолт көрән, һандуғастан бәләкәйерәк булыуы һәм һыртының сыбарлығы менән айырыла.
ТауышыҮҙгәртергә
Тауышы бик үк көслө булмаған: «ср-рри». һайрауы, һандуғастыҡы кеүек, төрлө юғарылыҡтағы сутылдауҙан тора.
Йәшәү рәүешеҮҙгәртергә
Ҡыуаҡлыҡтарҙа, төрлө урмандарҙа йәшәй. Бөжәктәр менән туҡлана. Ултыраҡ ҡош. һирәк осрай. Ағас ботаҡтарында, ҡыуаҡтарҙа оялай. 4—5 бөртөк йәшкелт зәңгәр төҫтәге йомортҡаһы була.
ӘҙәбиәтҮҙгәртергә
- Э.Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары китабы. Өфө,1986 йыл. ИБ №3478 28.693.35 И 90
- Остапенко В. А. Птицы в вашем доме: Справочное пособие. — М.: Арнадия, 1996. - ISBN 5-88666-011-9