Тау сәпсеге , тау кәмәрсеге(рус. горная трясогузка, лат. Motacilla cinerea— турғай һымаҡтар ғаиләһендәге ҡош.
Турғай ҙурлыҡ. Оҙон ҡойроғон бәүелтеп йөрөүсе ҡош. Ағастарға, сымдарға ҡуна. һырты һоро, ҡойроғоноң төбө өҫ яҡтан һары. Ҡара төҫтәге ҡанатта¬рында һәм ҡойроғоноң ике яғында аҡ һыҙыҡтар бар. Кәүҙәһенең аҫ яғы сағыу һары. Тамағы аҡһыл һары. Ата ҡоштоң тамағы, түшенең өҫкә яғы яҙғыһын ҡара була. һары сәпсектән һоро арҡаһы һәм ҡара ҡанаттары менән айырыла.
Тауышы яңғырауыҡлы: «си-ситт».
Тау йылғаларының яр буйҙарында йәшәй. Бөжәктәр менән туҡлана. Күсмә ҡош. Киң генә таралған. Ҡая таштар ярығында, таш өйөмдәре араһында, өңөлгән ярҙар аҫтында оялай. Ҡара таплы 4—6 бөртөк һарғылт һоро йомортҡаһы була.
Э.Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары китабы. Өфө,1986 йыл. ИБ №3478 28.693.35 И 90