Һупайҙы
Һупайҙы | ||||||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Фәнни классификация | ||||||||||||||||||
|
||||||||||||||||||
Латинса исеме | ||||||||||||||||||
Aegolius funereus (Linnaeus, 1758) | ||||||||||||||||||
Ареал | ||||||||||||||||||
|
Һупайҙы, ҫупайҙы, һупылдаҡ, һупылдаҡ ябалаҡ, һупа япалаҡ. (мохноногий сыч) (Aegolius funereus)
Халыҡ-ара Ҡыҙыл китап Ҙур хәүеф янамай IUCN 3.1 Least Concern : / 143290 |
Ҡылыҡһырлама
үҙгәртергәСыйырсыҡтан ҙурыраҡОсҡан -ҡоштоң оҙон ҡанаттары, ҡыҫҡа ҡойроғо күҙгә ташлана. Башы ҙур, йомро. Ҡолаҡтары юҡ. һырты эре аҡ таплы көрән. Ҡорһаҡ яғы буй-буй көрәнһыу ерән таплы һарғылт аҡ. Аяҡтары тырнаҡтарына тиклем йөн менән ҡапланған. Күҙҙәре һары. Байғоштан ҙурыраҡ* булыуы, асығыраҡ төҫө менән айырыла.
Тауышы
үҙгәртергәТауышы көслө генә: «һуп-һуп-һуп» һәм «ва-ва-ва».
Йәшәү рәүеше
үҙгәртергәАралаш һәм ылыҫлы урмандарҙа йәшәй. Сысҡандар, бөжәк¬тәр менән туҡлана. Ултыраҡ ҡош. Киң генә таралған.
Ағас ҡыуыштарында оялай. 4—5 бөртөк аҡ йомортҡаһы була. Ҡоротҡостарҙы ҡырып, ҙур файҙа килтерә.
- Шарлыҡ — һаҙлыҡтағы урман.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Э.Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары китабы. Өфө,1986 йыл. ИБ №3478 28.693.35 И 90
- Остапенко В. А. Птицы в вашем доме: Справочное пособие. — М.: Арнадия, 1996. - ISBN 5-88666-011-9
Был тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ.