Ҡара ҡарға
Ҡара ҡарға | ||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Фәнни классификация | ||||||||||||||
|
||||||||||||||
Латинса исеме | ||||||||||||||
Corvus frugilegus Linnaeus, 1758 |
||||||||||||||
Ареал | ||||||||||||||
|
Ҡара ҡарға
Халыҡ-ара Ҡыҙыл китап Ҙур хәүеф янамай IUCN 3.1 Least Concern : / 146656 |
Ҡылыҡһырлама
үҙгәртергәАла ҡарғалай. Ғәҙәттә күмәкләшеп йәшәйҙәр. Дөйөм төҫө күкһел ҡара. Оло ҡоштоң суҡышы тирәһе яланғас, бысраҡ аҡ төҫтә. Суҡышы йыуан һәм ҙур. Ала ҡарғанан бөтә кәүҙәһенең ҡара төҫтә булыуы менән айырыла.Ҡарлыҡҡан тауышлы: «ҡрра — ҡрра»
Тереклек итеүе
үҙгәртергәҺирәк ағаслы урман, ҡәлә һәм ауыл эргәһендәге ағаслыҡтарҙа йәшәйҙәр. Ояһы ағас баштарында була. Зарарлы бөжәктәрҙе ҡырып, файҙа килтерә, яҙғыһын яңы шытып сыҡҡан иген һәм йәшелсәләрҙе йолҡоп, бер аҙ зыян килтерә.
Туҡланыуы һәм үрсеүе
үҙгәртергәТөрлә бөжәктәр, сиңерткә,ямғыр селәүсене, үлән үҫентеләре менән туҡлана. Бик киң таралған ҡош. Ояһын ваҡ сыбыҡсаларҙан үреп яһай. Көрән таплы йәшкелт зәңгәр 5-6 йомортҡаһы була.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәӘҙәбиәт
үҙгәртергә- Э. Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары. — Өфө, 1986. — 67-се бит
- Фадеева Е. О. Экология грача (Corvus frugilegus L.) в антропогенных ландшафтах Окско-Донского междуречья. — М.: Товарищество науч. изд. КМК, 2007. — 199 с.