Һандуғас
Һандуғас | ||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Варакушка (Luscinia svecica volgae) | ||||||||||||
Фәнни классификация | ||||||||||||
|
||||||||||||
Латинса исеме | ||||||||||||
Luscinia T. Forster, 1817 | ||||||||||||
|
Һандуғас, былбыл (рус. Соловьи́, соловьи́ные) (лат. Luscinia)— турғайҙан бер ни тиклем ҙурыраҡ. Оҙон ғына аяҡлы, төҙөк кәүҙәле ҡош. Ерҙә йәки ағастарҙың аҫҡы ботаҡтарында йөрөйҙәр. Һайрағанда үрге ботаҡтарға күсә. Өҙлөкһөҙ ҡойроғон һелккеләй. Һырты һорғолт көрән, кәүҙәһенең аҫ яғы аҡһыл һоро. Башҡа ҡоштар менән бутарлыҡ түгел.
Тоноҡ ҡына тауышлы: «Фьюйт, тррр». Һайрауы һәр кешегә билдәле. Япрағлы һәм аралаш урмандарҙа, туғайҙарҙа, ағаслы һыу буйҙарында йәшәй. Төрлө бөжәктәр менән туҡлана. Күсмә ҡош. Киң таралған. Ерҙә оялай.
Ғәҙәттә, 5 бөртөк һарғылт көрән йомортҡа һала.
Салауат Юлаевтың шиғыры
үҙгәртергәҺандуғас
Төнгө тынлыҡ. Ағаслыҡта
Һандуғас моңо.
Күктеме, ерҙеме данлай?
Кем белә уны?
Йырлаймы күктә балҡыған
Ҡояштың нурын?
Әллә айға арнағанмы
Һандуғас йырын?
Әллә арналғанмы ул йыр
Яҡты йондоҙға?
Йәйрәп ятҡан яландарға,
Хәтфә болонға?
Мин белмәйем.
«Гәлсәр һандуғас»
үҙгәртергә«Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы ойошторған республикабыҙҙағы берҙән-бер телевизион проект. Был телефестивалдең маҡсаты булып республикабыҙҙың эстрада йырсылары, йыр авторҙары араһында "иң-иң"дәрҙе билдәләү тора.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Һандуғас моңо
- Башҡорт халыҡ йыры һандуғас(недоступная ссылка)
Әҙәбиәт
үҙгәртергәЭ. Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары. — Өфө, 1986.
Был орнитология тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |