Һар
Һар | ||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Фәнни классификация | ||||||||||||||
|
||||||||||||||
Латинса исеме | ||||||||||||||
Buteo buteo Linnaeus, 1758 |
||||||||||||||
Ареал | ||||||||||||||
Оялау урындары
Йыл буйы йәшәйҙәр Ҡышҡы күсенеү | ||||||||||||||
|
Һар (рус. обыкновенный канюк ) (лат. Buteo buteo) — ваҡ кимереүселәрҙе күпләп ҡырыуы арҡаһында ауыл хужалығы өсөн файҙалы булған көндөҙгө йыртҡыс ҡош[1].
Халыҡ-ара Ҡыҙыл китап Ҙур хәүеф янамай IUCN 3.1 Least Concern : / 160032591 |
25 төрө билдәле, Европа, Азия, Африка һәм Америкала таралғандар. Күсмә ҡош. Ҡатнаш яҡты урмандарҙа йәшәй. Башҡортостанда йыртҡыс ҡоштар араһында иң ғәҙәти ҡош.
Ҡылыҡһырлама
үҙгәртергәҺар ҡарғанан ҙурыраҡ. Осҡанда киң ҡанаттарының аҫ яғындағы аҡ һыҙыҡ һәм түңәрәкләнеп торған ҡыҫҡа ҡойроғо күҙгә ташлана, һырты ҡара-көрән, кәүҙәһенең аҫ яғы арҡыры һәм буй көрән һыҙыҡтар менән биҙәлгән аҡһыл һоро. Ялан һарынан ҡарараҡ төҫө, ә һағыҙаҡ һарынан ҡыҫҡа ҡойроғо менән айырыла.
Кәүҙә оҙонлоғо 50 см-ға ҡәҙәр, ата ҡоштоң ауырлығы 600—800 г, инә ҡоштоҡы − 800—1200 г. Ҡанаттары киң, сағыштырмаса ҡыҫҡа. Ҡойроғо ҡыҫҡа, түңәрәкләнгән. Ҡауырһын ҡапламының өҫкө өлөшө ҡара ҡоңғорт, аҫты ҡыҙғылт-көрән.
Яҙын, апрелдең икенсе яртыһында осоп килә. Ояны ағастарҙа яһай. Ҡоңғорт тимгелле 2-3 йәшкелт аҡ йомортҡа һала.
Йөнтәҫа һарҙар октябрҙә килә һәм декабргә ҡәҙәр тотҡарлана, ҡайһы ваҡыт ҡышларға ла мөмкин. Ата ҡоштоң ауырлығы 850 г, инә ҡоштоҡо 1100 г тирәһе. Арҡаһы ҡара-ҡоңғорт, ҡаурыйҙары һоро ҡуныҡлы. Күкрәгендә тамсы һымаҡ тимгелдәре бар. Ҡанаттары киң. Ҡойроғо асык төҫтә, түңәрәкләнгән. Төп айырмалыҡ билдәһе аяҡтары бармаҡтарға ҡәҙәр тиерлек йөнләнгән булыуы.
Туҡланыуы
үҙгәртергәБарлыҡ төрҙәре лә сысҡан һымаҡ кимереүселәр, гөмүмән алғанда, ҡыр сысҡандары, шулай уҡ ер сысҡандары, һуҡыр сысҡандар, һирәк кенә ҡоштар (миләш сыпсыҡтары, ваҡ сыспсыҡтар) менән туҡланалар. Йомран, кеҫәртке, йылан менән дә туҡлана.
Тауышы
үҙгәртергәТауышы көслө һәм яңғырауыҡлы: «ҡый-йа, ҡый-йа, ҡый-йа».
Йәшәү рәүеше
үҙгәртергәКүсмә ҡош. Киң таралған. Урманда, урманлы далала оя ҡороп йәшәй, асыҡ урында, һаҙлыҡтарҙа, урман ситтәрндә һунар итә. Ҡуйы урманда һунар итмәй. Ҡорбанын һауала кәйелеп осоп, йә булмаһа ҡалҡыулыҡта һағалап ултырып аулай. Ата ҡош асыҡ урында һауала уйындар уҙғара. Парҙар оя урындарына тарала. Ояларын ағас башына ботаҡтарҙан ҡороп, үлән түшәйҙәр. Ҡара-көрән таплы 2 – 3 бөртөк йәшкелт аҡ йомортҡаны ата һәм инә ҡош сиратлап 28 – 35 тәүлек баҫалар. Ата ҡош инәһен ҡыҫҡа ваҡытҡа ғына алмаштыра, әммә уны аҙыҡ менән тәьмин итә. Ҡошсоҡтар үҫә төшкәс, инә ҡош та ауға сыға. Йәш ҡоштар ояны 6 – 7 аҙналыҡ саҡтарында ташлап китәләр. Ҡошсоҡтарҙың бер-береһен ашау осрағы ла билдәле. Көньяҡҡа сентәбрҙә, ҡайһы саҡта октябрҙә осалар. Һар баҫыуҙарҙа бөжәктәрҙе һәм кимереүселәрҙе ҡырып, файҙа килтерә. Ҡар иреп бөтөр алдынан ҡайта. Кешеләргә түҙемлеләр.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Терминологический словарь по зоологии. Русско-башкирский и башкирско-русский (Т. Г. Баишев, 1952)
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Э. Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары китабы. — Өфө, 1986. — ИБ № 3478 28.693.35 И 90
- Остапенко В. А. Птицы в вашем доме: Справочное пособие. — М.: Арнадия, 1996. — ISBN 5-88666-011-9
- Баянов М.Г., Маматов А.Ф. Птицы Южного Урала. – Уфа: Китап, 2009. – 376 с.
- Дементьев Г.П., Гладков Н.А. Птицы Советского Союза. Т. 1 – 6.М.: Советская наука, 1951-1954.
- Кучеров Е.В., Ильичев В.Д. Охотничье-промысловые птицы Башкирии и их охрана. Уфа, 1961. 120с.
- Лоскутова Н.М. Редкие хищные птицы Башкирского заповедника // Экология и охрана хищных птиц. М., 1983. с. 17-20
- Промптов А.Н. Птицы в природе. Л: Учпедгиз, 1960, 490 с.
- Шварц С.С., Павлинин И.Н., Данилов Н.Н. Животный мир Урала. Свердловск: Гос.кн.изд., 1951. 123с.
- Яковенко Д.Г. Охотничье-промысловые птицы // Животный мир Башкирии. Уфа: Башкнигоиздат, 1949. с. 75-94
Был мәҡәләне викилаштырырға кәрәк. Мәҡәләнең бер нисә етешһеҙлеге булһа, {{Rq}} ҡалыбын ҡуллана алаһығыҙ. Бынан тыш, мәҡәләгә автоматик рәүештә Төркөм:Википедия:Викилаштырыу кәрәк булған мәҡәләләр тигән категория өҫтелә. |