Һаҡ
Һаҡ | ||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Фәнни классификация | ||||||||||||||
|
||||||||||||||
Латинса исеме | ||||||||||||||
Glaucidium passerinum (Linnaeus, 1758) |
||||||||||||||
Ареал | ||||||||||||||
|
Һаҡ, суҡ, кескәй ябалаҡ, турғай япалаҡ (лат. Glaucidium passerinum) — ваҡ өкө.
Халыҡ-ара Ҡыҙыл китап Ҙур хәүеф янамай IUCN 3.1 Least Concern : / 143264 |
ҠылыҡһырламаҮҙгәртергә
Сыйырсыҡтан бәләкәйерәк. Ҡолаҡһыҙ йомро башлы иң бәләкәй ябалаҡ. Ултырғанда, ҡойроғон күтәрә биреп, ян-яғына әйләнгеләй. Осҡанда киң генә ҡанаттары, ҡыҫҡа ҡойроғо күҙгә ташлана, һырт яғы аҡ төртөклө ҡара-ҡуңыр, кәүҙәһенең аҫ яғы буй-буй көрән өҙөк һыҙыҡлы аҡ төҫтә. Башҡа ябалаҡтарҙан байтаҡ бәләкәй булыуы менән айырыла.
ТауышыҮҙгәртергә
Яңғырауыҡлы һыҙғыра: «суууҡ-суууҡ» йәки киҫкен генә тауыш сығара: «ҡыуыйт».
Йәшәү рәүешеҮҙгәртергә
Йыуан ағаслы ҡуйы урмандарҙа йәшәй. Башлыса сысҡандар, һирәкләп ваҡ ҡоштар, эре бөжәктәр менән туҡлана. Ултыраҡ ҡош. Һирәк осрай. Ағас ҡыуыштарында оялай. "4—6 бөртөк аҡ йомортҡаһы була. Ҡоротҡос кимереүселәрҙе ҡырып, файҙа килтерә.
ӘҙәбиәтҮҙгәртергә
ҺылтанмаларҮҙгәртергә
- База данных «Позвоночные животные России»: воробьиный сыч(недоступная ссылка)
- World Owl Trust 2009 йылдың 9 июнь көнөндә архивланған.
- The Owl Pages