Туғай сәпсеге, туғай кәмәрсеге, һары сәпсек, һары кәмәрсек (урыҫ. желтоспинная трясогузка).

Ҡылыҡһырлама

үҙгәртергә

Турғайҙан бәләкәйерәк. Оҙон ҡойроғон өҙлөкһөҙ бәүелтеп йөрөүсе төҙөк кәүҙәле матур ҡош. Башы, елкәһе һары, күҙҙәре өҫтөндә аҡ ҡаштары бар. Ҡанаттары, ҡойроғо аҡ һыҙыҡлы ҡара-көрән. Арҡаһы, кәүҙәһенең аҫ яғы һары. Башҡа сәпсектәрҙән һырты һары булыуы менән айырыла.

Тауышы яңғырауыҡлы: «тсит-ит».

Йәшәү рәүеше

үҙгәртергә

Һыу буйындағы болонлоҡтарҙа, туғайҙарҙа, батҡыл урындарҙа йәшәй. Бөжәктәр менән туҡлана. Күсмә ҡош. Киң генә таралған. Ояһы ерҙә була. Ҡыҙғылт көрән таплы 3—5 бөртөк йәшкелт зәңгәр йомортҡа һала