Төйөт
Төйөт | ||||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Фәнни классификация | ||||||||||||||||
|
||||||||||||||||
Латинса исеме | ||||||||||||||||
Phylloscopus trochilus Linnaeus, 1758 | ||||||||||||||||
|
Төйөт (урыҫ. пеночка-весничка) (лат. Phylloscopus trochilus) — һылыуҡастар ғаиләһенән булған бәләкәй генә һайраусы ҡош.
Ҡылыҡһырлама
үҙгәртергәТурғайҙан бәләкәйерәк. батаҡтан ботаҡҡа һикергеләп йөрөүсе етеҙ генә теремек ҡош. Һырт яғы йәшел, өҫ яҡтан ҡойроҡ төбө сағыу йәшел. Кәүҙәһенең аҫ яғы һарғыл аҡ һәм түше һап- һары. Ҡанаттарының осо ҡара, ҡалған ҡауырһындары йәшкелт һәм аҡ ситле һорғолт көрән. Төйөттәр башлыса үҙ — ара тауыштары менән генә айырылалар.
Тауышы
үҙгәртергәҠыҫҡа ғына итеп һыҙғыра: «төйөт». Һайрауы ла шул ҡысҡырыуҙы ҡабатлап тора: «төйөт-төйөт-төйөт- төйөт»
Йәшәгән урыны
үҙгәртергәУрмандарҙа, ҡыуаҡлыҡтарҙа йәшәй. Күсмә ҡош. Киң генә таралған. Ерҙә, ҡайһы ваҡыт ботаҡта йәки ҡыуаҡтарҙа оялай.
Үрсеүе
үҙгәртергәЕрән йәки күкһел ерән бөрсөклө 5-7 бөртөк йомортҡа һала.
Туҡланыуы
үҙгәртергәВаҡ бөжәктәр менән туҡлана.
Диалекттарҙа
үҙгәртергәӘҙәбиәт
үҙгәртергәЭ. Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары. — Өфө, 1986/ — 91-се бит.
Был мәҡәләне викилаштырырға кәрәк. Мәҡәләнең бер нисә етешһеҙлеге булһа, {{Rq}} ҡалыбын ҡуллана алаһығыҙ. Бынан тыш, мәҡәләгә автоматик рәүештә Төркөм:Википедия:Викилаштырыу кәрәк булған мәҡәләләр тигән категория өҫтелә. |