Һуйыр
Һуйыр
Фәнни классификация
Батшалыҡ: Хайуандар
Тип: Хордалылар
Класс: Ҡоштар
Отряд: Тауыҡ һамаҡтар
Ғаилә: Фазандар
Ырыу: Һуйыр
Төр: Һуйыр
Латинса исеме
Tetrao urogallus Linnaeus, 1758
ITIS 553893
NCBI 100830

Һуйыр, урман тауығы, һаңғырау ҡор, селәүсен (урыҫ.глухарь) (лат. Глухарь, лат. Tetrao urogallus)— Төньяҡ һәм Урта Европаның, Урта Азияның ылыҫлы урмандарында йәшәй торған эре ҡош.

Халыҡ-ара Ҡыҙыл китап
en:Least Concern
Ҙур хәүеф янамай
IUCN 3.1 Least Concern : / 100600295
Ата (һуйыр) һәм инә (буҙлаҡ) ҡош
Tetrao urogallus urogallus

Ҡылыҡһырлама

үҙгәртергә

Атаһын ҡара һуйыр, инәһен буҙлаҡ тип тә исемләйҙәр. Ҙурлығы ҡаҙҙай. Ата ҡоштоң башы, муйыны, ҡойроҡ төбө һоро; һырты көрәне ҡанаттары, ҡойроғо аҡ таптар менән сыбарланған ҡара-көрән; түше йәшкелт ялтырауыҡлы ҡара; ҡабырғалары ҡара таплы аҡ. Күҙҙәре өҫтөндә ҡыҙыл ҡашы бар. Инә ҡош ерәнһыу буҙ, ҡара һәм аҡ таптар менән сыбарланған. Башҡа ҡоштар менән бутау мөмкин түгел.

Йәшәү рәүеше

үҙгәртергә

Уйын ваҡытында ата ҡоштар шартылдау һәм салғы яныуына оҡшаған тауыштар сығара, инә ҡош ҡорҡолдай, Йәшәү урыны — еләкле ылыҫлы урмандар, һирәк ағаслы, мүкле һаҙлыҡтар. Ҡарағай һәм шыршы энәләре, төрлө еләк, ор¬лоҡ, бөрө-менән туҡлана. Ултыраҡ ҡош. Киң генә тарал¬ған. Ояһы ерҙә. Көрәнһыу таптар менән сыбарланған 8—10 аҡһыл һары йомортҡаһы була. Ите өсөн аулайҙар.