Ҡор ҡарсығаһы
Ҡор ҡарсығаһы | ||||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Фәнни классификация | ||||||||||||||||
|
||||||||||||||||
Латинса исеме | ||||||||||||||||
Accipiter gentilis Linnaeus, 1758 |
||||||||||||||||
Ареал ястреба-тетеревятника | ||||||||||||||||
|
Ҡор ҡарсығаһы[1] (рус. Ястреб-тетеревятник, лат. Accipiter gentilis) — ҡарсыға ырыуы ҡарсығалар ғаиләһенә ҡараған йыртҡыс ҡош төрө, Европала, Азияла һәм Төньяҡ Америкала киң таралған. Башҡортостан Республикаһында урман һәм урман-дала райондарында осрай.
Халыҡ-ара Ҡыҙыл китап Ҙур хәүеф янамай IUCN 3.1 Least Concern : / 106003466 |
Атамаһының этимологияһы
үҙгәртергәҠарсыға исеме боронғо славян телендә «astreb»[2] вариантында осрай . Украин телендә ястріб, яструб, серб-хорват — јастријеб «сыбар, төрткөлө» тигәнде аңлата, чех телендә jestrab, поляк — jastrząb. Латин исеме ҡыҙыҡлы astur.[3] Исем, моғайын, боронғо славян тамыры *str «тиҙлек» мәғәнәһенән (ostrъ -үткер, уҡ) алынғандыр. Rebъ ялғауы «рябой — сыбар» мәғәнәһенә эйә. Ҡарсығаның һунарҙағы төп һыҙаты — йәшен тиҙлегендә ҡорбанына ташланыу, ә мәғлүм булыуынса күкрәгендәге һүрәте күп телдәрҙә «сыбар»[4] исемен бирә.
Тасуирлама
үҙгәртергәҠор ҡарсығаһы — ырыуҙың иң ҙур төрө. Ата ҡош ғәҙәттә 630 −1100 г ауырлығында була, кәүҙә оҙонлоғо уртаса 55 см, ҡанат ҡоласы 98-104 см сиктәрендә. Инә ҡоштар бер аҙ эрерәк, ауырлығы 860—1600 г, кәүҙә оҙонлоғо яҡынса 61 см, ҡанат ҡоласы 105—115 см. Бөтә ҡарсығаларҙың, шул иҫәптән ҡор ҡарсығаһының да, күҙҙәре өҫтөндә үҙенсәлекле аҡ һыҙат яһаған ҡаурыйҙары бар, улар аҡ ҡаш тәьҫоратын тыуҙыралар. Башҡа ырыу вәкилдәренекенә ҡарағанда, ҡор ҡарсығаһының «аҡ ҡаштары» оҙонораҡ һәм киңерәк булғанлыҡтан, соңҡаһына уҡ төшөп торалар. Өлкән заттарҙың күҙҙәре ҡыҙыл йәки ҡыҙыл-көрән төҫтә, ә йәш заттарҙыҡы — сағыу һары.
Ата ҡоштарҙың төҫө инәләренеке кеүек үк күгелйем-һоро һәм ҡара төҫтәр араһында тирбәлә. Арҡаһы, башы һәм япҡыс ҡауырһындары, ғәҙәттә, ҡарараҡ; түбәнге өлөшө асығыраҡ төҫтә һәм аныҡ ҡына һоро менән сыбарланған. Ҡойроғо асыҡ-һоро, өс — дүрт ҡара һыҙаты бар. Йәш ҡарсығаларҙың төҫө өлкән заттарҙыҡынан һиҙелерлек айырыла: уларҙың өҫкө өлөшө, башы һәм ҡанаттарының тышҡы өлөшө көрән, түше аҡ арҡыры көрән һыҙатлы.[5]
Таралыуы
үҙгәртергәҠор-ҡарсығалары Евразияның һәм Төньяҡ Американың таулы һәм урманлы биләмәләрендә таралғандар. Ылыҫлы һәм япраҡлы урмандарҙа йәшәйҙәр. Ояларын ҡарт һәм бейек ағаслы, әллә ни ҡараңғы булмаған, һунар итер өсөн эргәлә урман ауыҙы булған урындарҙа ҡоралар.[5][6]
Йәшәү рәүеше
үҙгәртергәКүпселек популяция ултыраҡ тормош алып бара һәм, ҡағиҙә булараҡ, ғүмер буйына бер биләмәлә тотороҡло йәшәй. Төньяҡ Американың төньяғында һәм төньяҡ-көнбайышында оя ҡорған һәм ҡышын көньяҡҡа күскән берҙән-бер күсер популяция иҫәпләнә.
Ҡор-ҡарсығаһы үҙ биләмәһендә генә йәшәй, һәм пар оя ҡорор алдынан һәм оя ҡорған ваҡытта һауала өйрәләп-өйрәләп оса. Биләмәләренең сиге боҙолған осраҡта, пар уны аяуһыҙ ҡурсалай. Ата ҡоштарҙың ағастағы шәхси биләмәләре, ғәҙәттә, инәләренекенән бейектәрәк урынлаша. Шәхси биләмәләрҙән башҡа урындар төрлө заттар өсөн уртаҡ була. Оя ҡорған ваҡытта шәхси биләмә 570-тән алып 3500 гектарға ҡәҙәр етә.
Ҡор-ҡарсығалары башҡа ҡарсығалар кеүек үк үҙ-ара тауыш ярҙамында аралашалар, тауыштары юғары яңғырауыҡлы. Бигерәк тә оя ҡорған осорҙа уларҙың үҙ-ара аралашыуы нығыраҡ һиҙелә, ата һәм инә ҡоштар бер үк ҡалтырау тауыш сығаралар, әммә инә ҡоштоң тауышы көслөрәк һәм түбән.[5][6]
Туҡланыуы
үҙгәртергәҠор-ҡарсығалары — йыртҡыс ҡоштар, ҡоштарға, имеҙеүселәргә, умыртҡаһыҙҙар, урта һәм эре һөйрәлеүселәргә һунар итәләр. Ҡорбан йыртҡыс ҡош ауырлығының яртыһын тәшкил итергә мөмкин. Төрлө популяцияларҙың аҙыҡтары бер-береһенекенән айырыла һәм йәшәгән мөхиттәренә бәйләнгән. Әммә дөйөм осраҡта улар ҡуянға, тейенгә һәм ҡорҙарға (Bonasa spp) һунар итәләр.[5][6]
Үрсеүе
үҙгәртергәҠор-ҡарсығалары йылына бер мәртәбә, апрель башынан июнь урталары осоронда үрсейҙәр, өҫтәүенә, иң юғары әүҙем ваҡыт апрель аҙағына һәм майға тура килә. Пар йомортҡа һалыр алдынан ике ай элек үк оя ҡора башлай. Ояны ғәҙәттә ҡарт урманда, юл, һаҙлыҡ, болон һәм башҡа асыҡ урындарға яҡын ултырған ағаста олоно янындағы ботаҡта ҡора. Диаметры метр тирәһендәге ояны ҡоро сыбыҡ һәм ботаҡтарҙы йәшел үренде, ылыҫ шәлкеме йәки ҡабыҡ киҫәктәре менән сырмап эшләйҙәр.
Инә ҡош ғәҙәттә 2-3 көн аша 2-4 йомортҡа һала. Йомортҡаның ҙурлығы 59×45 мм, тышы ҡытыршы, күкһел-аҡ. Себештәр 28-38 көндән моронлай башлайҙар. Йомортҡаларҙы инә ҡош баҫа, әммә ул һунарҙа саҡта, уны ата ҡош алмаштыра. Инә ҡош ояла балалары сыҡҡандан һуң 25 көнгә ҡала. Был ваҡытта балалары һәм инә ҡош өсөн аҙыҡ хәстәрләү ата ҡошҡа йөкмәтелә. Ҡошсоҡтар ояла 34-35 көн ултыралар, артабан шул уҡ ағастағы күрше ботаҡтарға күсенәләр. 35-46-сы көнгә оса башлайҙар, шуға ҡарамаҫтан, 70 көнлөк саҡтарына ҡәҙәр ата-әсәһе ярҙамында туҡланалар. Ата-әсәнән ҡошсоҡтар ҡинәт айырылалар, һәм йәш ҡоштар тыуғандарынан алып 95-се көндәренә тулыһынса үҙ-аллы. булалар. Йәш ҡоштарҙың енси өлгөргәнлеге бер йылдан тыуа.[5][6]
Классификацияһы
үҙгәртергәҠор-ҡарсығаһын түбәндәге төрсәләргә айыралар:
- A.g. gentilis Төньяҡ һәм Үҙәк Европа, Пиренейҙан төньяҡҡа, көньяҡ Альп һәм Карпат тауҙары, көнсығышҡа Рәсәйҙең урта өлөшөнә тиклем.
- A. g. marginatus: төп төрсәнән көньяҡҡа, көнбайышта Испания һәм Марокконан көнсығышта Кавказ һәм Эльбрусҡа тиклем.
- A.g. gentiles төрсәһенә ҡарағанда әҙерәк ҡарараҡ һәм бәләкәйерәк.
- A. g. arrigonii: Корсика һәм Сардиния; A.g. marginatus төрсәһенә ҡарағанда ҡарараҡ һәм бәләкәйерәк.
- A. g. buteoides: төп төрсәнән төньяҡ-көнсығышҡа, төньяҡта Швецияға тиклем, көнсығышта себерҙә Лена йылғаһына тиклем, көньяҡҡа тайга урмандары сигенә ҡәҙәр. Төп төрсәнән күпкә эрерәк, йәш заттар сағыу төҫлө.
- A. g. albidus: төньяҡ-көнсығыш Себерҙән Камчаткаға тиклем; ҙурлығы буйынса А.g. buteoides төрсәһенән эрерәк.
- A.g. schvedowi: А.g. buteoides һәм А.g. albidus төрсәләренән көньяҡҡа көнсығыш Азияның урман-дала һәм ҡаты япраҡлы урман зоналарынан Хоккайдоға тиклем. Төҫө һәм ҙурлығы менән А.g. marginatus төрсәһенә оҡшаш.
- A.g. fujiyamae: Японияның Хонсю утрауҙарында, ҡара төҫтә һәм иң бәләкәй төрсә.
- A.g. atricapillus: Төньяҡ Американың ҙур өлөшө. Арҡаһы күкһел-һоро, башы ныҡ айырыла.
- A.g. laingi: Ванкувер — һәм Королева Шарлотта утрауҙарынан Британия Колумбияһы ярҙарына тиклем; A.g. atricapillus төрсәһенә ҡарағанда ҡарараҡ.
- A.g. apache: Мексика һәм Америка Ҡушма Штаттары сиктәрендәге таулы райондар; A.g. atricapillus төрсәһенә ҡарағанда асығыраҡ төҫтә.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Бёме Р. Л., Флинт В. Е. Пятиязычный словарь названий животных. Птицы. Латинский, русский, английский, немецкий, французский / Под общ. ред. акад. В. Е. Соколова. — М.: Рус. яз., «РУССО», 1994. — С. 38. — 2030 экз. — ISBN 5-200-00643-0.
- ↑ Булаховский Л. А. Общеславянские названия птиц // Известия Академии наук СССР. Отделение литературы и языка. — М.: Изд-во АН СССР, 1948.
- ↑ Фасмер, М.: Этимологический словарь русского языка. В 4 томах. 1996 г.; СПб: Азбука
- ↑ И. Г. Лебедев, В. М. Константинов. ЗНАЧЕНИЕ И ЭТИМОЛОГИЯ НЕКОТОРЫХ РУССКИХ НАЗВАНИЙ ХИЩНЫХ ПТИЦ И СОВ ФАУНЫ РОССИИ. III конференция по хищным птицам Восточной Европы и Северной Азии: Материалы конференции 15-18 сентября 1998 г. Ставрополь: СГУ, 1999. Часть 2. C. 80-96.
- ↑ 5,0 5,1 5,2 5,3 5,4 Squires, J., R. Reynolds. 1997. Northern Goshawk. The Birds of North America, 298: 2-27.
- ↑ 6,0 6,1 6,2 6,3 Johnsgard, P. 1990. Hawks, Eagles, & Falcons of North America. Washington: Smithsonian Institution Press.
Һылтанмалар
үҙгәртергәПозвоночные животные России: Тетеревятник
Pajerski, L. 2005. «Accipiter gentilis» (On-line), Animal Diversity Web. Accessed December 09, 2006 at http://animaldiversity.ummz.umich.edu/site/accounts/information/Accipiter_gentilis.html.