Ҡыҙғатау, ҡыҙмалтау, ҡыҙратау, ҡөҙрәттау (лат. Limosa limosa, рус. Большой веретенник) —— көйөлдөләр ғаиләһенә ҡараған оҙон аяҡлы, ҡара һоро төҫлө һаҙ ҡошо[1].
Өйрәктән байтаҡ бәләкәй. Оҙон суҡышлы һаҙ ҡошо. Дөйөм төҫө көрәнһыу ерән. Һыртында уҡ башағына оҡшаған таптар бар. Кәүҙәһенең аҫ яғы түшенән алып ҡойроҡ төбөнә тиклем арҡыры ҡара һыҙыҡлы. Ҡанаттары һоро, ҡойроҡ төбө аҡ.- Суҡышының осо ҡыҙғылт, төбө ҡара, аяҡтары ла ҡара. Тәтелдәүестән һыҙыҡлы ҡорһағы, ҡара аяҡтары менән айырыла.
Тауышы яңғырауыҡлы: «тауҡыҙрат», ҡабатланғанда «ҡыҙрат-тау-ҡыҙраттау» һымаҡ ишетелә; күберәк яңғырауыҡлы: «уит-уит-уит».
һаҙлыҡ, күтерлектәрҙә йәшәй. Балыҡ, һыу бөжәктәре, ҡусҡарҙар менән туҡлана. Күсмә ҡош. Киң генә таралған. Ояһы ерҙә. һорғолт көрән таплы 3—4 бөртөк һарғылт һоро йомортҡаһы була.
-
-
-
Ояһы
-
-
Себештәре моронлай
-
-
Һайраусы ҡош
-
Инә ҡош
- ↑ Толковый словарь современного башкирского литературного языка. (под. ред З. Г. Ураксина, 2005)
- Э. Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары китабы. Өфө,1986 йыл. ИБ № 3478 28.693.35 И 90