Һайыҫҡан
Һайыҫҡан | ||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Фәнни классификация | ||||||||||||||
|
||||||||||||||
Латинса исеме | ||||||||||||||
Pica pica Linnaeus, (1758) | ||||||||||||||
|
Һайыҫҡан, һауыҫҡан, һайыҫҡаҡ (рус. Сорока, лат. Pica pica)— ҡарғалар төрөнән булған, оҙон ҡойроҡло матур ҡош. Кәүҙәһе, арҡаһы, ҡанаттары һәм ҡойроғо йәшкелт-ҡара; ҡорһағы, яуырындары аҡ. Башҡа ҡоштар менән бутау мөмкин түгел. Бөтә кешегә билдәле.
Халыҡ-ара Ҡыҙыл китап Ҙур хәүеф янамай IUCN 3.1 Least Concern : / 146628 |
Яңғырауыҡлы итеп шыҡырыҡлай йәки «ҡыйййҡ-ҡыйййыҡ» тип ҡысҡыра. Һирәк ағаслы урмандарҙа, ҡыуаҡлыҡ, ултыртылған урман һыҙаттарында, кеше торлағы булған урындарҙа йәшәй. Төрлө бөжәктәрҙе, ваҡ ҡоштарҙың йомортҡаларын һәм балаларын, кеше ташлаған аҙыҡ ҡалдыҡтарын ашай. Ултыраҡ ҡош. Киң таралған. Ояһы ағас баштарында йәки ҡыуаҡтарҙа була.Ҡуйы ботаҡтар араһында ҡоро сыбыҡтарҙан оя яһай. Ояны эстән балсыҡ, йөн менән һылай, төбөнә ҡоро үлән түшәй. Көрән таптар менән сыбарланған 5-7 бөртөк зәнгәрһыу йәшкелт йомортҡа һала. Ваҡ йәнлектәр, ашлыҡ бөртөктәре, орлоҡ һәм емештәр менән туҡлана. Зарарлы бөжәктәрҙе ҡырып файҙа килтерһә, ваҡ ҡоштарҙың ояларын туҙҙырып бер, аҙ зыян итә.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Позвоночные животные России: Сорока 2018 йыл 11 март архивланған. (рус.)
- Ишбирҙин Э. Ф. Башҡортостан ҡоштары.
Был орнитология тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |