Кесерткән турғайы
Кесерткән турғайы (рус. Крапи́вник, йәки подкоренник), (лат. Troglodytes troglodytes) — кесерткән турғайҙары ғаиләһендәге берҙән бер бәләкәй ҡош. Башҡортостандың, Рәсәйҙең Ҡыҙыл китабына керетелгән.
Кесерткән турғайы | |||||||||||||||||||||||||||||||||||
![]() | |||||||||||||||||||||||||||||||||||
Фәнни классификация | |||||||||||||||||||||||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
арауыҡтағы ранг
| |||||||||||||||||||||||||||||||||||
Халыҡ-ара фәнни исеме | |||||||||||||||||||||||||||||||||||
Синонимдар | |||||||||||||||||||||||||||||||||||
| |||||||||||||||||||||||||||||||||||
Һаҡлау статусы | |||||||||||||||||||||||||||||||||||
|
ҠылыҡһырламаҮҙгәртергә
Турғайҙан байтаҡ бәләкәй.Ҡуйы үлән йәки ҡыуаҡ япраҡтары араһында пырхылдап осоп йөрөй. Һырты ҡара арҡыры һыҙыҡтар иенән сыбарланған ерәнһыу ҡуңыр, кәүҙәһенең аҫ яғы көрән арҡыры һыҙыҡлы һарғылт һоро. Башҡа ҡоштар менән бутау мөмкин түгел. Бик хәрәкәтсән, етеҙ. Бик һирәк осрай.
ТауышыҮҙгәртергә
Тауышы яңғырауыҡлы: «серрр- серрр». Һайрауы сырылдауҙан һәм сутылдауҙан тора.
Тереклек итеүеҮҙгәртергә
ОялауыҮҙгәртергә
Аҫты йәш үҫентеле йәки бейек үләнле урмандарҙа йәшәй. Ерҙә йәки ҡыуаҡтар араһында оялай.
ТуҡланыуыҮҙгәртергә
Ваҡ бөжәктәр менән туҡлана. Сиңерткәләр, ҡаты ҡанатлы ҡуңғыҙҙар, уларҙың ҡурсаҡтары, асалығойроҡтар, үрмәкселәр, ҡырҡаяҡтар, ҡусҡарҙар, тигеҙаяҡлылар. Көҙ көнө ылымыҡтар, көртмәле, мәрүәр емештәре менән дә туҡлана.
ҮрсеүеҮҙгәртергә
Инә ҡош алһыу һәм күкһел таптар менән сыбарланған 5-7 бөртөк алһыу аө йомортҡа һала, үҙе генә баҫа. Ата ҡош бер нисә инә ҡош менән йәшәй.
Кесерткән турғайы төшөрөлгән Фарер утрауҙары почта маркаһы
ӘҙәбиәтҮҙгәртергә
- Э. Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары. Өфө,1986 йыл. ИБ 3478 28.693.35 И 90
ҺылтанмаларҮҙгәртергә
- Позвоночные животные России: Крапивник (рус.)
- Ареал гнездования крапивника в Северной Америке. Карта BBS ( (инг.)Breeding Bird Survey)
- Места зимовок крапивника в Северной Америке. Карта CBC ( (инг.)Christmas Bird Count)
- Крапивник в Красной книге Бурятии (рус.)
- Winter wren Troglodytes troglodytes. Identification Tips
- Крапивник на сайте Мир птиц Казахстана (рус.)
- Пение крапивника (аудиофайл)
- Территориальные условия воспроизводства крапивника (инг.)
- Командорский крапивник Troglodytes troglodytes pallescens (Ridgway, 1883)
- Распространение подвидов в Европе, Азии и Северной Африке (рус.)
- Классификация крапивника (рус.)
- Крапивник и День Святого Стефана (рус.)