Ҡоролдай
Ҡоролдай
Фәнни классификация
Батшалыҡ: Хайуандар
Тип: Хордалылар
Суб-тип: Умыртҡалылар
Класс: Ҡоштар
Суб-класс: Яңы аңҡаулылар
Отряд: Турғай һымаҡтар
Ғаилә: Ҡарабаш турғайҙар
Ырыу: Ҡоролдайҙар
Төр: Ҡоролдай
Латинса исеме
Remiz pendulinus
(Linnaeus, 1758)
ITIS 562702
NCBI 156569

Ҡоролдай (рус. Ремез, лат. Remiz pendulinus) — ҡарабаш турғайҙар ғаиләһенән һайраусы ҡош.

Халыҡ-ара Ҡыҙыл китап
en:Least Concern
Ҙур хәүеф янамай
IUCN 3.1 Least Concern : / 181420
Remiz pendulinus

Ҡылыҡһырлама

үҙгәртергә

Турғайҙан байтаҡҡа бәләкәй. Ағастарҙың нәҙек кенә ботаҡтарында үрмәләп йөрөүсе бәләкәй генә ҡошсоҡ, һырты ҡыҙғылт көрән, кәүҙәһенең аҫҡы яғы алһыу аҡ. Ҡанаттары, ҡойроғо көрән. Тамағы аҡ. Суҡышы төбөнән күҙҙәре аша ҡара һыҙыҡтар үтә. Инә ҡоштарҙың төҫө тоноғораҡ. Төйөттәрҙән дөйөм ҡыҙғылт төҫө һәм алһыу ҡорһағы менән айырыла.

Тауышы матур ғына: «тсии-тсии».

Йәшәү рәүеше

үҙгәртергә

Япраҡлы урмандарҙа, һыу буйындағы туғайлыҡтарҙа йәшәй. Төрлө бөжәктәр менән туйына. Йылы яҡҡа китмәй, бер урындан икенсе урынға күсеп йөрөй. Бик һирәк осрай. Үлән мамыҡтарынан эшләнгән ойоҡбашҡа оҡшаған аяһы нәҙек кенә тал ботаҡтарынан һыу өҫтөнә аҫылынып тора. 4—7 бөртөк аҡ йомортҡаһы була.

  • Э.Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары китабы. Өфө,1986 йыл. ИБ №3478 28.693.35 И 90
  • Остапенко В. А. Птицы в вашем доме: Справочное пособие. — М.: Арнадия, 1996. - ISBN 5-88666-011-9

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә