Сипылдаҡ төйөт
Сипылдаҡ төйөт | ||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Фәнни классификация | ||||||||||||||
|
||||||||||||||
Латинса исеме | ||||||||||||||
Phylloscopus sibilatrix (Bechstein, 1793) | ||||||||||||||
|
Сипылдаҡ төйөт (урыҫ пеночка-трещотка) (лат. Phylloscopus sibilatrix) — Һылыуҡастар (Sylviidae) ғаиләһенән булған һайраусы ҡош .
ҠылыҡһырламаҮҙгәртергә
Турғайҙан бәләкәйерәк. Ботаҡтан ботаҡҡа һикереп йөрөүсе етеҙ ҡош. Һырты яғы көрәнһуы йәшел.Ҡашы, башыныү ике яғы, тамағы һәм түше тоноҡ һары, ҡорһағы аҡ.Ҡанаттарының ҡауырһындары һары ситле ҡара- көрән. Башҡа төйөтәрҙән төҫө менән әллә ни айырылмай, ләкин һайрауы үҙенсәлекле. Ҡыҫҡа ғына: «төйөт» йәки «төйт», ә һайрауы яңғырауыҡлы «зи-зи-зи зирррр».
Йәшәгән урыныҮҙгәртергә
Урман һәм ҡыуаҡлыҡтар араһында йәшәй. Күсмә ҡош, киң таралған. Ерҙә, һирәкләп ағас баштарында оялай.
ҮрсеүеҮҙгәртергә
Ерәнһыу таптар менән сыбарланған 5-8 бөртөк йомортҡа һала.
ТуҡланыуыҮҙгәртергә
Төрлө ваҡ бөжәктәр менән туҡлана.
ДиалекттарҙаҮҙгәртергә
Был мәҡәләнең өлөшө әлегә яҙылмаған. Википедия авторҙарының береһенең ниәте буйынса был урында махсус бүлек булырға тейеш.
Һеҙ был мәҡәләне яҙып, проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |
ӘҙәбиәтҮҙгәртергә
Э. Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары. — Өфө, 1986. —— 91-се бит.
Был мәҡәләне викилаштырырға кәрәк. Мәҡәләнең бер нисә етешһеҙлеге булһа, {{Rq}} ҡалыбын ҡуллана алаһығыҙ. Бынан тыш, мәҡәләгә автоматик рәүештә Төркөм:Википедия:Викилаштырыу кәрәк булған мәҡәләләр тигән категория өҫтелә. |
Был орнитология тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |