Төп менюны асырға
Йомағара
Йомағара
Фәнни классификация
Батшалыҡ: Хайуандар
Тип: Хордалылар
Класс: Ҡоштар
Отряд: Ыласын һымаҡтар
Ғаилә: Ҡарсығалар
Ырыу: Һарҙар
Төр: Йомағара
Латинса исеме
Buteo lagopus
Pontoppidan, 1763
ITIS 175373
NCBI 115229

Йомағара, ҡар һары, тау һары (рус. мохноногий канюк )(лат. Buteo lagopus)- ҡарсығалар ғаиләһендәге йыртҡыс ҡош.

Халыҡ-ара Ҡыҙыл китап
Status iucn3.1 LC ru.svgen:Least Concern
Ҙур хәүеф янамай
IUCN 3.1 Least Concern : / 106003521

ҠылыҡһырламаҮҙгәртергә

Ҡарғанан ҙурыраҡ. Ҡанаттарыняй ғына һелтәп, ауыр оса. һауала бер урында туҡтап «бейей», йыш ҡына айырым торған ағас, бағана йәки кә¬бән башына ҡуна. һырты ҡара-һоро, ҡара таптар менән сыбарланған. Ҡорһағы ҡара. Түше буй-буй һыҙыҡлы һарғылт аҡ. һарҙан ҙурыраҡ булыуы, ҡара ҡорһағы һәм йөнлө аяҡтары менән айырыла.

ТауышыҮҙгәртергә

Тауышы көслө: «ҡйяу-ҡйяу-ҡйяу» (күптәр уның тауышын бесәй мыяулауына оҡшата).

Йәшәү рәүешеҮҙгәртергә

Урманда, тундрала йәшәй. Ваҡ кимереүселәр һәм ҡоштар менән туҡлана. Күсмә ҡош. һирәк осрай. Беҙҙә иртә яҙ, көҙ көндәрендә генә күренә. Беҙҙең яҡтарҙа оя ҡормай. Зарарлы кимереүселәрҙе ҡырып, файҙа килтерә.

ӘҙәбиәтҮҙгәртергә

  • Э. Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары китабы. Өфө,1986 йыл. ИБ № 3478 28.693.35 И 90
  • Остапенко В. А. Птицы в вашем доме: Справочное пособие. — М.: Арнадия, 1996. — ISBN 5-88666-011-9

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә

{{|de}}