Ала ҡарға
Ала ҡарға | ||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Фәнни классификация | ||||||||||||||
|
||||||||||||||
Латинса исеме | ||||||||||||||
Corvus cornix Linnaeus, 1758 |
||||||||||||||
Ареал | ||||||||||||||
|
Ала ҡарға (урыҫ. Се́рая воро́на (лат. Corvus cornix) — төр ҡош. Ҡоҙғондар ырыуындағы ҡош.
Ала ҡарға - бик билдәле ҡош.
ҠылыҡһырламаҮҙгәртергә
Парлашып йәки күмәкләшеп йәшәйҙәр. Суҡышы, башы, түше ҡойроғо һәм ҡанаттары ҡара, кәүҙәһенең башҡа өлөшө ҡуйы һоро төҫтә. Ҡара ҡарғанан ҡауырһындарындағы һоро төҫө менән айырыла.
ТауышыҮҙгәртергә
Ҡарлыҡҡан тауышлы: «Ҡарр-ҡарр».
Йәшәү рәүешеҮҙгәртергә
Бик киң таралған. Ағас баштарында оялай. Йыш ҡына бер ағаста унлап оя була. Бер өлөшө көньяҡҡараҡ күсенә, икенсе өлөшө ҡышты ҡалалар тирәһендә үткәрә.Торлаҡ тирәләрен төрлө ташландыҡтарҙан таҙартып, бер аҙ файҙа килтерһә лә, ҡырҙа ҡош ояларын туҙҙырып, зыян да яһай.
Туҡланыуы, үрсеүеҮҙгәртергә
Кешенән ҡалған торлаҡ ташландыҡ аҙыҡтар, үләкһә, ҡош себештәре, балыҡ менән туҡлана.
Көрән һәм һоро таптар менән сыбарланған күкһел йәшел 5 бөртөк йомортҡаһы була.
Шулай уҡ ҡарағыҙҮҙгәртергә
ӘҙәбиәтҮҙгәртергә
Э. Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары. Өфө-1986 йыл.67-се бит.
ҺылтанмаларҮҙгәртергә
- Статья в энциклопедии Брокгауза и Ефрона 2008 йылдың 18 апрель көнөндә архивланған.
- Статья в БСЭ 2008 йылдың 18 апрель көнөндә архивланған.
- http://www.ecosystema.ru/08nature/birds/128.php
- Серая ворона и охота на неё
- Форум о содержании врановых