Ворон
Ҡоҙғон
Фәнни классификация
Батшалыҡ: Хайуандар
Тип: Хордалылар
Класс: Ҡоштар
Отряд: Турғай һымаҡтар
Ғаилә: Ҡоҙғон һымаҡтар
Ырыу: Ҡоҙғон
Төр: Ҡоҙғон
Латинса исеме
Corvus corax
Linnaeus, 1758
Ареал
рәсем
ITIS 179725
NCBI 56781

Ҡоҙғон (рус. Ворон, (лат. Corvus corax) — ялтыр ҡара йөнлө ҙур йыртҡыс ҡош.

Corvus corax
Халыҡ-ара Ҡыҙыл китап
en:Least Concern
Ҙур хәүеф янамай
IUCN 3.1 Least Concern : / 106005797

Ҡарғанан байтаҡҡа ҙур. Яңғыҙ ҙа, парлашып та йөрөйҙәр. Ҙур күкһел ҡара төҫтәге ҡош. Эйәгендә ҡаты ҡылдарҙан «һаҡал» бар. Осҡанда оҙон ҡойроғо, киң ҡанаттары күҙгә ташлана. Ҡара ҡарғанан байтаҡ ҙур булыуы һәм «һаҡал»дары менән айырыла.

Тауышы көслө: «ҡроҡ-ҡроҡ» йәки тоноҡ «ҡро-ҡро».

Бейек ағаслы ҡуйы урмандарҙа, ағаслы ҡая таштарҙа йәшәй. Үләкһә, ваҡ йәнлектәр һәм ҡоштар менән туҡлана. Ултыраҡ ҡош. Киң генә таралған. Ояһы ағас башында йәки ҡая таш һикәлтәләрендә була. Көрән таптар менән сыбарланған 5 — 6 бөртөк күкһел йәшел төҫтәге йомортҡа һала. Тәбиғәт санитары булараҡ файҙалы.

Ҡоҙғондар ситлектә 70 йыл тирәһе йәшәй, иректә таға ла оҙағыраҡ.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә
  • Э.Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары китабы. Өфө,1986 йыл. ИБ №3478 28.693.35 И 90
  • Птицы Советского Союза / Под ред. Г. П. Дементьева и Н. А. Гладкова. Том 5. — М.: Советская наука, 1954.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

{{|en}} {{|hu}} {{|sv}}