Ҡурҙай
Фәнни классификация
Батшалыҡ: Хайуандар
Тип: Хордалылар
Класс: Ҡоштар
Отряд: Турғай һымаҡтар
Ғаилә: Килейектәр
Ырыу: Ҡурҙайҙар
Төр: Ҡурҙай
Латинса исеме
Acrocephalus palustris
(Bechstein, 1798)
ITIS 558424
NCBI 68475

Ҡурҙай (Урыҫ.Болотная камышовка, лат. Acrocephalus palustris)- килейектар ғаиләһенән булған һайраусы ҡош.

Acrocephalus palustris
Cuculus canorus canorus + Acrocephalus palustris

Ҡылыҡһырлама

үҙгәртергә

Турғайҙан бәләкәйерәк. Бик теремек бәләкәй генә ҡошсоҡ.Һырт яғы көрәнһыу ерән,ҡорһаҡ яғы аҡһыл ерән. Күҙҙәре өҫтөндә аҡһыл ҡаштары бар. Ҡойроғоноң осо туңәрәкләнеп тора. Башҡа ҡурҙайҙарҙанбашлыса тауышы менән айырылып тора. Тауышы көслө:"шаҡ-шаҡ". Шығырҙап һайрай. Башҡа ҡоштарҙың да тауышын сығарып һайрай ала. Күсмә ҡош. Киң таралған.

Йәшәү урындары

үҙгәртергә

Һыуға яҡын урындағы таллыҡтарҙа, ҡамыш араларында йәшәй. Шуға күрә халыҡ телендә ҡамыш ҡурҙайы тип тә йөрөтөлә.Ояһын ҡамыш һабаҡтарына беркетеп яһай.

Туҡланыуы

үҙгәртергә

Төрлө ваҡ бөжәктәр,үрмәкселәр, молюскалар, үлән орлоҡтары менән туҡлана.

Ҡара- көрән таптар менән сыбарланған 4-5 бөртөк аҡ, йәки күкһел йәшел йомортҡа һала. Аталы — инәле алмашлап 12-14 көн баҫалар. Себештәре 12-14 көндән үҙаллы йәшәй башлай.

Ырыуҙаштары

үҙгәртергә
  • Сыбар ҡурҙай
  • Тал ҡурҙайы
  • Йырсы ҡурҙай
  • Алабаш ҡурҙай
  • И. Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары. 1986, Өфө.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  • Бёме Р. Л., Флинт В. Е. Пятиязычный словарь названий животных. Птицы. Латинский, русский, английский, немецкий, французский. / под общей редакцией акад. В. Е. Соколова — М.: Рус. яз., «РУССО», 1994. — С. 330. — 2030 экз. — ISBN 5-200-00643-0.