Һоло турғайы
Һоло турғайы
Самец в брачном наряде
Фәнни классификация
Батшалыҡ: Хайуандар
Тип: Хордалылар
Суб-тип: Умыртҡалылар
Класс: Ҡоштар
Отряд: Турғай һымактар
Подотряд: Һайраусы турғайҙар
Ғаилә: Һоло турғайҙары
Төр: Һоло турғайы
Латинса исеме
Emberiza citrinella Linnaeus, 1758
ITIS 179537
NCBI 37595

Һоло турғайы, зинзибәр (рус. Обыкновенная овсянка, лат. Emberiza citrinella)— башында һәм түшендә һары ҡаурыйҙары менән айырылып торған ҡошсоҡ. Турғай ҙурлыҡ. Ботаҡҡа, ағас осона йәки ҡыуаҡҡа ултырып һайрай. Ерҙә сүпләнә. Ата ҡоштоң ар¬ҡаһы һәм түшенең ике яғындағы таптар көрән, башы һәм кәүҙәһенең аҫ яғы- һары, көрәнһыу сыбарҙары бар. Оҙон ҡара ҡойроғоноң ике яғынан аҡ һыҙыҡ үтә. Инә ҡошта һары төҫ урынына — һарғылт һоро. һырты буҙ. Үҙенә оҡшаған ҡоштарҙан һары төҫтәге ҡауырһындары менән айырыла.

Emberiza citrinella
Emberiza citrinella
Халыҡ-ара Ҡыҙыл китап
en:Least Concern
Ҙур хәүеф янамай
IUCN 3.1 Least Concern : / 149638

СиҡылдаҒан тауыш сығара: «сиҡ-сиҡ-сиҡ». һайрауы яңғырауыҡлы: «зин-зин-зин-зии-сии».

Урман ситтәрендә, аҡландарҙа йәшәй. Көҙгөһөн һәм ҡышҡыһын күберәк йорт турғайҙары менән бергә йөрөйҙәр. Бөжәктәр, үлән орлоҡтары менән туҡлана. Ултыраҡ.ҡош. Киң таралған. Ояһы ерҙә. Көрән таплы 4—5 бөртөк алһыу аҡ төҫтәге йомортҡаһы була.

Э.Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары китабы. Өфө,1986 йыл. ИБ №3478 28.693.35 И 90

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә