Ҡарабаш тебейек (рус. Черноголовая гаичка(лат. Poecile palustris) — турғайҙар отрядындағы ҙур булмаған ҡошсоҡ.
Турғайҙан бәләкәйерәк. Ботаҡтан ботаҡҡа һикергеләп йөрөүсе етеҙ ҡошсоҡ, һырты көрәнһыу һоро, кәүҙәһенең аҫ яғы һорғолт аҡ. Ҡорһағы һоро, Түбәһе, елкәһе һәм тамағы ҡара. Тебейеккә оҡшаған, ҡырҙа уларҙы айырып та булмай. Түбәһе ҡара төҫтә булыуы менән айырыла.
Тауышы яңғырауыҡлы: «ти-ти-тижж-тижж». Моңло итеп һыҙ¬ғыра: «түй-түүүй-түүүй».
Урмандарҙа, ҡыуаҡлыҡтарҙа йәшәй. Төрлө бөжәктәр, уларҙың ҡурсаҡтары менән туҡлана. Йылы яҡҡа китмәй, бер урындан икенсе урынға күсеп йөрөй. Бик һирәк осрай. Ағас ҡыуыштарында оя¬лай. Ҡыҙғылт һипкелле 6—9 бөртөк аҡ йомортҡаһы була. Зарарлы бөжәктәрҙе ҡырып, файҙа килтерә.
- Э.Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары китабы. Өфө,1986 йыл. ИБ №3478 28.693.35 И 90
- Остапенко В. А. Птицы в вашем доме: Справочное пособие. — М.: Арнадия, 1996. - ISBN 5-88666-011-9