Ҡарабаш килейек
Ҡарабаш килейек
Фәнни классификация
Батшалыҡ: Хайуандар
Тип: Хордалылар
Класс: Ҡоштар
Отряд: Турғай һымаҡтар
Подотряд: Һайраусы турғайҙар
Ғаилә: Ҡупшыҡай һымаҡтар
Ырыу: Ҡупшыҡайҙар
Төр: Ҡарабаш килейек
Латинса исеме
Sylvia atricapilla
(Linnaeus, 1758)
ITIS 563183
NCBI 48155

Ҡарабаш килейек (рус. черноголовая славка, лат. Sylvia atricapilla)— турғай һымактар отрядендәге ҡошсоҡ.

Sylvia atricapilla
Cuculus canorus bangsi + Sylvia atricapilla
Халыҡ-ара Ҡыҙыл китап
en:Least Concern
Ҙур хәүеф янамай
IUCN 3.1 Least Concern : / 148817

Ҡылыҡһырлама үҙгәртергә

Турғай ҙурлыҡ. Ағас ботаҡтарында һәм ҡыуаҡтарҙа һикергеләп йөрөүсе теремек ҡош. Дөйөм төҫө һорғолт көрән. Ата ҡоштоң түбәһе ҡара, инәһенең түбәһе ерәнһыу көрән. Башҡа килейектәрҙән башындағы ҡара табы ме¬нән айырыла.

Тауышы үҙгәртергә

Тауышы киҫкен генә: «тек-тек». һайрауы яңғырауыҡлы һәм матур һыҙғырыуҙан, сырҡылдауҙан тора.

Йәшәү рәүеше үҙгәртергә

Япраҡлы һәм аралаш урмандарҙа, ауыл, ҡалалағы ағастарҙа йәшәй. Бөжәктәр менән туҡлана. Күсмә ҡош. Киң генә таралған. Ҡыуаҡта, ҡайһы ваҡыт ағаста оялай. Ҡара-көрән таплы 4—5 бөртөк һорғолт аҡ йомортҡаһы була. Зарарлы бөжәктәрҙе ҡырып, файҙа килтерә.

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Э.Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары китабы. Өфө,1986 йыл. ИБ №3478 28.693.35 И 90
  • Остапенко В. А. Птицы в вашем доме: Справочное пособие. — М.: Арнадия, 1996. - ISBN 5-88666-011-9

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә