Утҡойроҡ
Утҡойроҡ | ||||||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Фәнни классификация | ||||||||||||||||||
|
||||||||||||||||||
Латинса исеме | ||||||||||||||||||
Phoenicurus phoenicurus (Linnaeus, 1758) | ||||||||||||||||||
|
Утҡойроҡ (урыҫ.Горихво́стка) (лат. Phoenicurus phoenicurus) себен турғайҙары ғаиләһендәге, турғайҙар отрядындағы бәләкәй генә һайраусы ҡош. Иң матур, теремек ҡоштарҙың береһе.
ҠылыҡһырламаҮҙгәртергә
Турғайҙан бер аҙ бәләкәйерәк. Оҙон ғына аяҡлы, ҡойроғон өҙлөкһөҙ бәүелтеп йөрөүсе ҡош. Ата ҡоштоң түбәһе, елкәһе һәм арҡаһы һорғолт күк, ҡанаттары көрән. Кәүҙәһенең аҫ яғы, ҡойроғо ерәнһыу ҡыҙыл Тамағы һәм түшенеңөҫкө өлөшө ҡара. Маңлайында арҡыры аҡ һыҙат бар. Инә ҡоштоң дөйөм төҫө һорғолт көрән. Башҡа ҡоштар менән бутау мөмкин түгел. Тауышы яңғырауыҡлы: «фьюйт-тик-тик, фьюйт-тик тик». Сутылдап һайрай. Күсмә ҡош. Киң таралған.
Йәшәү урыныҮҙгәртергә
Һирәк ағаслы урмандарҙа, ауыл ҡалалағы ағастарҙа йәшәй. Ояһы ағас ҡыуыштарында.
ТуҡланыуыҮҙгәртергә
Төрлө бөжәктәр менән туҡлана.
ҮрсеүеҮҙгәртергә
6-8 бөртөк аҡ , асыҡ зәңгәрйомортҡа һала. Себештәре 15 көндән моронлап сыға. 13-15 көн дауамында ояларында тәрбиәләйҙәр. Бер аҙна тирәһе тағы ла тәрбиәләгәс, яңы балалар сығарыуға керешәләр. Ә йәш ҡоштар үҙаллы йәшәй башлай.
Был мәҡәләгә түбәндәгеләр етешмәй. Ошоларҙы төҙәтеп йә өҫтәп, һеҙ уны яҡшырта алаһығыҙ?:
|