Урман деүете
Лесной конёк | ||||||||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Фәнни классификация | ||||||||||||||||||||
|
||||||||||||||||||||
Латинса исеме | ||||||||||||||||||||
Anthus trivialis (Linnaeus, 1758) | ||||||||||||||||||||
|
Урман деүете, дәүәт, тәүәт, һаҙ деүете (урыҫ. лесной конек)— турғай һымактар отрядындағы ҡош.
Халыҡ-ара Ҡыҙыл китап Ҙур хәүеф янамай IUCN 3.1 Least Concern : / 149171 |
Ҡылыҡһырлама үҙгәртергә
Турғай ҙурлығында. Ерҙән йүгереп йөрөүсе ваҡ ҡош. Һайрағанда осоп ярым түңәрәк яһай ҙа тағы ботаҡҡа йәки ергә ҡуна. һырты буй ҡара һыҙыҡлы ҡуйы көрән. Күҙҙәре өҫтөндә аҡ ҡаштары бар. Ҡойроғоноң ике яғынан аҡ һыҙыҡ үтә. Аҡһыл тамағында, түшендә һәм ҡорһағының алғы өлөшөндә киң ҡара-көрән һыҙыҡтар бар. Деүеттән кәүҙәһенең аҫ яғы сыбар булыуы менән айырыла.
Тауышы үҙгәртергә
Тауышы яңғырауыҡлы; «деүет» йәки «зин-зин-зин». һайрауы һыҙғырыуҙан һәм сутылдауҙан тора: «тйү-тйү-тйү-ти-ти-ти-тсий-тсай-тсий».
Йәшәү рәүеше үҙгәртергә
Урман ситтәрендә, ҡыуаҡлы аҡландарҙа йәшәй. Ваҡ бөжәктәр, үлән орлоҡтары менән туҡлана. Күсмә ҡош. Бик киң таралған. Ерҙә оялай. Ерәнһыу көрән таплы 4—6 бөртөк аҡ йомортҡаһы була.
Әҙәбиәт үҙгәртергә
- Э.Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары китабы. Өфө,1986 йыл. ИБ №3478 28.693.35 И 90
- Остапенко В. А. Птицы в вашем доме: Справочное пособие. — М.: Арнадия, 1996. - ISBN 5-88666-011-9
Иҫкәрмәләр үҙгәртергә
{{|de}}