Һоро өйрәк
Һоро өйрәк
Серая утка (Anas strepera)
Фәнни классификация
Батшалыҡ: Хайуандар
Тип: Хордалылар
Класс: Ҡоштар
Отряд: Ҡаҙ һымаҡтар
Ғаилә: Өйрәктәр
Ырыу: Йылға өйрәктәре
Төр: Һоро өйрәк
Латинса исеме
Anas strepera
Linnaeus, 1758
ITIS 175073
NCBI 75861

Һоро өйрәк- өйрәктәр ғаиләһендәге йылғаларҙа көн итеүсе һыу ҡошо.

Халыҡ-ара Ҡыҙыл китап
en:Least Concern
Ҙур хәүеф янамай
IUCN 3.1 Least Concern : / 100600427
Калькуттала
Пар өйрәк Сиэтле
Йәш ҡош, Онтарио
Mareca strepera

Ҡылыҡһырлама

үҙгәртергә

Диалекттарҙа сысҡаҡ һуна тип тә йөрөтөлә. Йорт өйрәге ҙурлығында. Эңерҙә һәм төндә туҡланыусы бик һаҡ ҡош. Дөйөм төҫө ерәнһыу һоро. Йорт өйрәгенә оҡшаған.Ҡауырһындары ерән һәм аҡ таптар менән сыбарланған. Түше, ҡорһағы һәм ҡанаттарындағы көҙгөләре аҡ. суҡышы ҡара көрән. Һуна өйрәктән төҫө һәм көҙгөһөнөң аҡ булыуы менән айырыла. Йорт өйрәктәре кеүек бажҡылдай.

Үләнле һәм томбойоҡло күлдәрҙә, яй аға торған, үҫемлеккә бай йылғаларҙа йәшәй. Күсмә ҡош. Киң генә таралған. Ояһын ерҙә, үлән араларында, ҡыуаҡтар араһында яһай. 8-12 бөртөк һорғолт һары йомортҡаһы була. Ите өсөн аулайҙар.

Туҡланыуы

үҙгәртергә

Һыу бөжәктәре һәм үҫемлектәре, үлән орлоҡтары, иген, ләм менән туҡлана.

.

 
Ата ҡош
 
Калькуттала

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Оло һылтанмалар

үҙгәртергә