Балғабаш
Балғабаш | ||||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Фәнни классификация | ||||||||||||||||
|
||||||||||||||||
Латинса исеме | ||||||||||||||||
Coccothraustes coccothraustes (Linnaeus, 1758) |
||||||||||||||||
Ареал | ||||||||||||||||
|
Балғабаш, ҡалынморон турғай, сүкешбаш (рус. дубонос, лат. Coccothraustes coccothraustes) — Европала, Азияла, Төньяҡ Африкала йәшәй торған, тупаҡ ҙур суҡышлы ваҡ ҡош йәки турғай.
Халыҡ-ара Ҡыҙыл китап Ҙур хәүеф янамай IUCN 3.1 Least Concern : / 149597 |
Ҡылыҡһырлама
үҙгәртергәҘурлығы сыйырсыҡтай. Һирәк осоусы ҡыҫҡа ҡойроҡло, йыуан, ауыр кәүҙәле ҡош. Осло ғына суҡышының төбө бик йыуан. Ата ҡоштоң дөйөм төҫө алһыуыраҡ ерән. Суҡыш төптәре, тамағы, ҡанат ситтәре, ҡойроғо ялтыр ҡара. Елкәһе, яурындары, ҡорһағы һәм ҡойроҡ осо аҡ. Инә ҡоштоң дөйөм төҫө һоро. Башҡа ҡоштар менән бутарлыҡ түгел.
Тауышы яңғы-рауыҡлы: «сыҡ-сыҡ». һайрауы сыйылдаҡ һәм безелдәк тауыштарҙан тора. Ҡыуаҡлыҡтарҙа, япраҡлы урмандарҙа йәшәй. Емеш: еләк һөйәктәре эсендәге емдәр, сәтләүектәр, ағас орлоҡтары менән туйына. Ултыраҡ ҡош. Һирәк осрай. Ағастарҙа оялай.
Ҡара-көрән таплы, сыймадаҡлы 4—5 бөртөк һорғолт йәшел йомортҡаһы була.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Э. Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары китабы. — Өфө, 1986. — ИБ № 3478 28.693.35 И 90
- Н. П. Кныш. Некоторые черты биологии дубоноса в лесостепье Сумщины [1] // Екологія. Вип. 1-2. 1998. С. 70-81.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- «Птицы Казахстана»: Обыкновенный дубонос 2007 йыл 13 октябрь архивланған.
Был орнитология тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |