Ерәнсәй сумғыс
Ерәнсәй сумғыс | ||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Фәнни классификация | ||||||||||||
|
||||||||||||
Латинса исеме | ||||||||||||
Netta rufina (Pallas, 1773) | ||||||||||||
|
Ерәнсәй сумғыс (рус. красноносый нырок, лат. Netta rufina)— йорт өйрәгенән байтаҡ бәләкәйерәк ҡош.
Халыҡ-ара Ҡыҙыл китап Ҙур хәүеф янамай IUCN 3.1 Least Concern : / 100600469 |
Ҡылыҡһырлама
үҙгәртергәЯңғыҙ, парлашып һәм күмәкләшеп йөрөйҙәр. Ултырған ҡоштоң башы ҙур булып күренә. Башы, муйыны сағыу ерән. Түше, арҡаһының алғы өлөшө ҡара. Ҡанаттары көрәнһыу һоро, көҙгөләре аҡ. Яурындарындағы таптар, ҡорһағы һәм ҡабырғалары алһыу аҡ. Бәләкәй генә суҡышы, аяҡтары ҡыҙыл. Башҡа сумғыс өйрәктәрҙән бәләкәйлеге, йомро ҙур башы менән айырыла.
Тауышы
үҙгәртергәТауышы яңғырауыҡлы: «көрр-керр-көрр»; ата ҡош яҙғыһын һыҙғыра.
Йәшәү рәүеше
үҙгәртергәКиң асыҡ урындары булған тәрән күлдәрҙә йәшәй. Башлыса һыу үҫемлектәре, ылымыҡ менән туҡлана. Күсмә ҡош. Бик һирәк осрай. Ояһы ерҙә, ҡамыш араларында була. 8—10 бөртөк һарғылт аҡ йомортҡа һала. Ите өсөн аулайҙар
Әҙәбиәт
үҙгәртергәЭ. Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары китабы. Өфө,1986 йыл. ИБ № 3478 28.693.35 И 90