Буҙ тумыртҡа
Буҙ тумыртҡа (седой дятел), йәшел буҙ тумыртҡа , йәки буҙ башлы тумыртҡа (лат. Picus canus) — тумыртҡалар ғаиләһенән урман ҡошо, йәшел тумыртҡаның яҡын туғаны. Европаның үҙәк райондарынан көнсығышҡа ҡарай Тымыҡ океан ярҙарына, Малакка ярымутрауы һәм Суматраға тиклем таралған. Ҡышҡы ваҡытта оялау ареалы сиктәрендә күсмә тормош алып бара, тропиктарҙа ултыраҡ йәшәй. Һәр ерҙә лә һирәк осрай торған ҡош тиерлек, тик был антропоген факторҙар менән бәйле түгел.
Тасуирлама
үҙгәртергәКүгәрсендән бәләкәйерәк. Башы, кәүҙәһенең аҫҡы өлөшө буҙ төҫтә. Тамағы, түше аҡһыл һары. Ҡанаттары, һырты, ҡойроҡ өҫтө йәшкелт көрән. Ҡанаттарының осонда буй, ҡойроҡ өҫтөндә арҡыры аҡ һыҙыҡтар бар. Маңлайы ҡыҙыл. Йәшел тумыртҡанан дөйөм буҙ төҫө менән айырыла. Унан бәләкәйерәк. Кәүҙәһенең оҙонлоғо 25—28 см, ҡанаттарының ҡоласы 38—42 см, ауырлығы 90—170 г[52]. Йәшел тумыртҡа менән сағыштырғанда буҙ тумыртҡаның башы йоморораҡ һәм суҡышы ҡыҫҡараҡ. Баштарының төҫө менән был ике төр айырыла— әгәр йәшел тумыртҡаның ике затында ла ҡыҙыл «башлыҡ» маңлайынан алып муйына тиклем килә, ә буҙ тумыртҡаның ул тик ата ҡошта ғына була, уныһы ла маңлайында ҙур булмаған ҡыҙыл тап менән сикләнгән. Буҙ тумыртҡаның «мыйыҡтарының» ҡара һыҙығы һиҙелерлек нәҙек. Әгәр йәшел тумыртҡаның күҙе тирәләй ҙур ҡара тап булһа, ул буҙ тумыртҡаның күҙе араһында һәм суҡышының төбөндә генә. Арҡаһы, ҡойроҡ өҫтө һарғылт-йәшел, ҡорһағы йәшкелт төҫмөрлөк менән асыҡ-һоро. Суҡышы һарғылт-һоро, күҙенең шекәрәһе гәрәбә төҫөндә[53]. Тауышы яңғырауыҡлы: «киәй-киәәй».
Таралыуы
үҙгәртергәАреалы
үҙгәртергәТәбиғи ареалы Франция, Швейцария һәм Хорватиянан алып көнсығышҡа Сахалин һәм Хоккайдоға тиклем Евразияның ҡатнаш һәм япраҡлы урмандарының тар һыҙатын, шулай уҡ көнсығыш һәм көньяҡ-көнсығыш Азияның көньяҡҡа ҡарай Малай ярымутрауы һәм Суматраға тиклем ҙур өлөшөн үҙ эсенә ала. Ареалдың төньяҡ сиге тотош тайга сиге буйлап — Скандинавияла 64° төньяҡ киңлеге районында, Рәсәйҙең европа өлөшөндә Ленинград, Вологда өлкәләре һәм Коми Республикаһының көньяҡ өлөшө аша, Уралда һәм Көнбайыш Себерҙә 61-се параллель районы аша, Байкалдың төньяҡ осо, Витим яҫылығының көньяҡ өлөшө, Аргунь тамағы аша, Приморьела Горюн йылғаһы тамағы аша үтә[54].
Ареалдың көньяҡ осо урман-дала зонаһы аша үтә. Европала Урта Францияның, Болгарияның көньяғына, Днестр тамағына, Днепропетровск өлкәһенең көньяҡ өлөшөнә тиклем тарала. Себерҙә көньяҡҡа Барнаулға тиклем, көньяҡ-көнбайыш Алтайға, Монгол Алтайының төньяҡ өлөшөнә, Хангай һәм Хэнтэйға тиклем осрай. Алыҫ Көнсығышта ареал ҡырҡа көньяҡҡа китә, Ҡытайҙың бөтә көнсығышын, Кореяны, Һинд-Ҡытай һәм Суматра утрауҙарын үҙ эсенә ала. Ҙур булмаған айырым участка Гималай тауҙары алдында һәм үҙәндәрендә урынлашҡан[54].
Йәшәү урыны
үҙгәртергәЯпраҡлы урмандарҙа йәшәй. Ныҡ ҡуйы урман булмаған асыҡ участкаларға —ҙур булмаған туғайҙарға, һыубаҫар урмандарға, емеш-еләк баҡсаларына, парктарға өҫтөнлөк бирә. Тулыһынса асыҡ ерҙәрҙә лә осрай, тик урманға яҡын урындарҙа. Европала диңгеҙ кимәленән 1700 м бейеклектәге тауҙарҙа, Непалда— 2600 м, Суматрала —2000 м.тиклем бейеклектә оялай[55]. Оялау осоронда тотошлай тайганан, кедр урмандары тибынан ары тора, әммә көҙ көнө унда ла осоп инә[56].
Туҡланыуы
үҙгәртергәТуҡланыу рационы йәшел тумыртҡаныҡына ҡарағанда бер аҙ төрлөрәк. Уның нигеҙен ҡырмыҫҡалар, имаго һәм термиттарҙың ҡарышлауыҡтар тәшкил итә. Ағас бөжәктәре һәм уларҙың ҡурсаҡтары менән туҡлана. Бынан тыш, буҙ тумыртҡа бөжәктәр (мәҫәлән, ҡарышлауыҡтар ҡуңыҙ, сиңерткә) һәм үрмәксе һымаҡтар менән туҡлана. Көҙ һәм ҡыш үҫемлек аҙыҡтар — ҡайһы бер емеш ағастарының емештәрен (алмағас, груша, сейә), еләк, сәтләүек, имән сәтләүеге ҡуллана. Йылдың һалҡын ваҡыттарында йыш ҡына тағараҡтарға килә[55]. Зарарлы бөжәктәрҙе ҡырып, ҙур файҙа килтерә.
Урсеүе
үҙгәртергәҮрсеү өсөн тәүге йылдың аҙағында тотона. Ата ҡоштоң ҡарығыу тауыштарын Европала ғинуар аҙаҡтарында уҡ ишетергә була. Әүҙем гөрләшеүе май аҙағына тиклем дауам итә[57]. Пар булдырғансы тумыртҡалар, бер урындан икенсе урынға күсеп, хәрәкәтсән булалар. Участка һайлап алып та, әгәр инә ҡош килмәһә, ата ҡош урынды ташлап китә. Әгәр парҙар формалашһа, ҡоштар күсеп йөрөүҙән туҡтай һәм һайлап алынған территорияла туҡтала
Ағас кыуыштарында оялай. Оя ағас ҡыуышында ер өҫтөнән 0,2—24 метр бейеклектә (ғәҙәттә, 1,5—8) урынлаша. Ғәҙәттә япраҡлы ағасты — саған, уҫаҡ, ҡара ерек, ҡайын, ҡайһы саҡта йә йығылған һәм бәшмәк үҫкән ағасҡаоя ҡора. Оя ҡороу өсөн 9 тәүлектән алып 20 тәүлеккә тиклем ваҡыт үтә, ата ҡош та инә ҡош та ояны уйып яһай[55]; ағас ҡыуышының тәрәнлеге 25-30 сантиметр, ҡыуыштың диаметры 15-20 см, осоп инеү урынының диаметры 6 сантиметр тирәһе була. Ояла 4—5 йомортҡа һала. Йомортҡалары аҡ, күләме (24-31). х. (19-24) мм. Ике пар ҙа баҫып сығара, өҫтәүенә, төндә күп өлөшөн ата ултыра. Был осорҙа парҙың ике ағзаһы ла үҙҙәрен шым һәм йәшерен тота. 14-17 көндән ҡош балалары донъяға килә, ата һәм инә ҡош берҙәй булып нәҫелдәрен ашата. 23-27 ҡош балаларының ҡанттары нығына, әммә йәй уртаһына тиклем улар ата-әсәһе тирәһендә була, шунан һуң таралалар[55].
Был орнитология тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Иванов, А. И.; Козлова, Е. В.; Портенко, Л. А.; Тугаринов, А. Я. Часть 2. // Птицы СССР. — М.: Издательство Академии наук СССР, 1953.
- Мальчевский А. С.; Пукинский Ю. Б. Птицы Ленинградской области и сопредельных территорий. — Л.: Издательство Ленинградского университета, 1983.
- Рябицев, В. К. Птицы Урала, Приуралья и Западной Сибири: Справочник-определитель. — Екатеринбург: Изд-во Урал. ун-та, 2001. — 608 с. — ISBN 5-7525-0825-8.
- Степанян, Л. С. Конспект орнитологической фауны России и сопредельных территорий. — Москва: Академкнига, 2003. — 808 с. — ISBN 5-94628-093-7.
- Gorman, Gerard. Woodpeckers of Europe. A Study to European Picidae. — Bruce Coleman Books, 2004. — 192 с. — ISBN 1-872842-05-4. (инг.)
- Mullarney, Killian; Svensson, Lars; Zetterström, Dan; Grant, Peter J. Birds of Europe. — United States: Princeton University Press, 2000. — 400 p. — ISBN 978-0-691-05054-6.
- Cramp, Stanley; Simmons, K.E.L. The Birds of the Western Palearctic. — Oxford University Press, 1986. — Т. Vol. IV - Terns to Woodpeckers. — 960 с. — ISBN 978-0198575078. (инг.)
- Winkler, Hans; Christie, David A. Family Picidae (Woodpeckers) // Handbook of the birds of the world. — Barcelona: Lynx Edicions, 2006. — Т. Volume 7: Jacamars to Woodpeckers. — ISBN 84-87334-37-7.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 Integrated Taxonomic Information System (ингл.) — 1998.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 IOC World Bird List Version 6.3 — 2016. — doi:10.14344/IOC.ML.6.3
- ↑ 3,0 3,1 3,2 3,3 World Bird List (ингл.): IOC World Bird List — 6.4 — IOU, 2016. — doi:10.14344/IOC.ML.6.4
- ↑ IOC World Bird List. Version 7.2 — 2017. — doi:10.14344/IOC.ML.7.2
- ↑ Красная книга — 1964.
- ↑ 6,0 6,1 IOC World Bird List. Version 10.1 — 2020. — doi:10.14344/IOC.ML.10.1
- ↑ https://www.birdsofindia.org/location/773/Pakke%20TR
- ↑ https://ebird.org/hotspot/L4393809?yr=all&m=&rank=mrec
- ↑ https://www.birdsofindia.org/location/254/Buxa%20TR
- ↑ https://d1wqtxts1xzle7.cloudfront.net/55629733/Sivakumar-Buxa1.pdf?1516865483=&response-content-disposition=inline%3B+filename%3DSivakumar_Buxa.pdf&Expires=1616329322&Signature=StbSqRJ7xNm~fETRcp-ERv0D6KVUoKKHlXeR9BrnZIP9LBCtQiaBEe8G1oy5R5~i6iWvvOYewDNfNCs2g6jFQsEzaJr7Z4fsLMLjdCqiz9L9ecYzcg1WPu~EdwZZvWLGzKo4ysFwSVA-Vw36ulVvxb2DZumh7Rhj84-58VA2m~0eHyA19lYk4CDnhsNstSgQdrXZyMeFt2ENwUdAfaM74ilYjSTYTm85x213jYTYT7ig-Gt-xoOlFNsCUvEoNrozYEnYbH7ADpqUhQb4vN-FzQwO0CJZk3mxc~xnnGe8FMUVr48SZHJNGsmKTiNnLjSGJp6g9zfRrhF843OTWvC1mA__&Key-Pair-Id=APKAJLOHF5GGSLRBV4ZA
- ↑ https://ebird.org/hotspot/L7007251?yr=all&m=
- ↑ https://rsis.ramsar.org/RISapp/files/31435783/documents/IN2437_taxo200527.pdf
- ↑ https://www.researchgate.net/profile/Aparajita-Datta-2/publication/287003826_The_birds_of_Namdapha_National_Park_and_surrounding_areas_Recent_significant_records_and_a_checklist_of_the_species/links/56b8980d08ae5ad3605f421d/The-birds-of-Namdapha-National-Park-and-surrounding-areas-Recent-significant-records-and-a-checklist-of-the-species.pdf
- ↑ https://ebird.org/hotspot/L3053752?yr=all&m=&rank=mrec
- ↑ https://www.ijsr.net/archive/v4i10/SUB158782.pdf
- ↑ 16,0 16,1 https://www.researchgate.net/profile/Bishnu-Sharma-2/publication/345326775_A_preliminary_survey_of_bird_communities_of_South_Sikkim_India/links/5fa3f7a4a6fdcc0624151fac/A-preliminary-survey-of-bird-communities-of-South-Sikkim-India.pdf
- ↑ https://ebird.org/hotspot/L2182902
- ↑ https://ebird.org/hotspot/L2182902?yr=all&m=&rank=mrec
- ↑ https://ebird.org/hotspot/L3915579
- ↑ https://ebird.org/hotspot/L3660877
- ↑ https://ebird.org/hotspot/L4258925
- ↑ https://ebird.org/hotspot/L11277996?yr=all&m=&rank=mrec
- ↑ https://ebird.org/hotspot/L3010063?yr=all&m=&rank=mrec
- ↑ https://ebird.org/hotspot/L9448561?yr=all&m=&rank=mrec
- ↑ https://ebird.org/hotspot/L2648992?yr=all&m=&rank=mrec
- ↑ https://ebird.org/hotspot/L4022825?yr=all&m=&rank=mrec
- ↑ https://ebird.org/hotspot/L3031224?yr=all&m=&rank=mrec
- ↑ https://ebird.org/hotspot/L2567336?yr=all&m=&rank=mrec
- ↑ https://ebird.org/hotspot/L10273019?yr=all&m=&rank=mrec
- ↑ https://ebird.org/hotspot/L4314175?yr=all&m=&rank=mrec
- ↑ https://ebird.org/hotspot/L976256?yr=all&m=&rank=mrec
- ↑ https://ebird.org/hotspot/L2678036?yr=all&m=&rank=mrec
- ↑ https://ebird.org/hotspot/L3819005?yr=all&m=&rank=mrec
- ↑ https://ebird.org/hotspot/L4314217?yr=all&m=&rank=mrec
- ↑ https://ebird.org/hotspot/L4465120?yr=all&m=&rank=mrec
- ↑ https://ebird.org/hotspot/L3612445?yr=all&m=&rank=mrec
- ↑ https://ebird.org/hotspot/L2648253?yr=all&m=&rank=mrec
- ↑ https://ebird.org/hotspot/L4236848?yr=all&m=&rank=mrec
- ↑ https://ebird.org/hotspot/L2604661?yr=all&m=&rank=mrec
- ↑ https://ebird.org/hotspot/L4507641?yr=all&m=&rank=mrec
- ↑ https://ebird.org/hotspot/L1131614?yr=all&m=&rank=mrec
- ↑ https://ebird.org/hotspot/L3612426?yr=all&m=&rank=mrec
- ↑ https://ebird.org/hotspot/L2507946?yr=all&m=&rank=mrec
- ↑ https://ebird.org/hotspot/L4700860?yr=all&m=&rank=mrec
- ↑ https://ebird.org/hotspot/L4573727?yr=all&m=&rank=mrec
- ↑ The IUCN Red List of Threatened Species 2021.3 — 2021.
- ↑ https://portal.nature.cz/publik_syst/nd_nalez-public.php?idTaxon=1334 (чеш.) — Agentura ochrany přírody a krajiny České republiky.
- ↑ (unspecified title) — doi:10.17520/biods.2022689
- ↑ 王丽媛, 胡慧建, 姜杰, 胡一鸣, 胡一鸣 南岭哺乳类和鸟类物种丰富度空间分布格局及其影响因子, Species richness patterns of mammals and birds and their drivers in the Nanling Mountain Range (ҡыт.) // 生物多样性 — 2024. — Т. 32, вып. 1. — Б. 23026. — ISSN 1005-0094 — doi:10.17520/BIODS.2023026
- ↑ Jetz W., Sekercioglu C. H., Böhning-Gaese K. The worldwide variation in avian clutch size across species and space (ингл.) // PLoS Biol. — PLoS, 2008. — Vol. 6, Iss. 12. — P. 2650—7. — ISSN 1544-9173; 1545-7885 — doi:10.1371/JOURNAL.PBIO.0060303 — PMID:19071959
- ↑ del Hoyo, J., Elliott, A., Sargatal, J., Christie, D.A. & de Juana, E. (eds.). Handbook of the Birds of the World (ингл.) — Barcelona: Lynx Edicions.
- ↑ Рябицев, 2001, с. 341
- ↑ Mullarney et al., 2000, с. 224
- ↑ 54,0 54,1 Степанян, 2003, с. 307
- ↑ 55,0 55,1 55,2 55,3 Winkler, Christie, 2006, p. 543
- ↑ Седой дятел Picus canus Gmelin, 1788 . Птицы Средней Сибири. birds.krasu.ru. Дата обращения: 18 май 2010. Архивировано 26 апрель 2012 года.
- ↑ Gorman, 2004, p. 57—68