Урҙан, ҙур сыпҡай, сыбыҡай, оло сумҡа, тирҫаяҡ (лат. Чомга, лат. Podiceps cristatus) — сыпҡайҙар ғаиләһендәге һыу ҡошо.

Урҙан
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Podiceps cristatus (Linnaeus, 1758)

Ареал
изображение
Һаҡлау статусы
en:Least Concern
Ҙур хәүеф янамай
IUCN 3.1 Least Concern : 106003639

Викитөркөмдә
Систематика

Викиһаҡлағыста
рәсемдәр
ITIS  174491
NCBI  345573
EOL  1049443
Podiceps cristatus
Podiceps cristatus

Ҡылыҡһырлама

үҙгәртергә

Өйрәктән бәләкәйерәк, яҡшы сумыусы һыу ҡошо. Ғүмерен башлыса һыуҙа үткәрә, ерҙән атлап йөрөй алмай. Яҙғыһын ата ҡоштоң түбәһендә ҡауырһындан ике мөгөҙ, ә сикәләрендә ерәнһыу ҡара «яҡа»лар үҫеп сыға. һырты ҡара таплы ҡара-көрән, елкәһе һәм ҡойроғо ҡара. Муйынының алғы яғы, түше, ҡорһағы көмөш кеүек тоноҡ йылмылдаҡлы аҡ. Башҡа сыпҡайҙарҙан ҙурлығы һәм яҙғы яҡалары менән айырыла.

Тауышы ҡыҫҡа ғына: «кейк», «кйәйк» йәки «көйәк».

Йәшәү рәүеше

үҙгәртергә

Үҫемлеккә бай күлдәр һәм йылға ятыуҙарында йәшәй. Балыҡ, тәлмәрйен, һыу бөжәктәре менән туҡлана. Күсмә ҡош. Киң генә таралған. Ояһы һыу өҫтөндә йөҙөп йөрөй йәки ҡамыштарға беркетелә. 3—4 бөртөк йәшкелт аҡ йомртҡа һала. Ҡиммәтле- ҡорһаҡ һәм түш тиреһе өсөн аулайҙар.

  • Э.Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары китабы. Өфө,1986 йыл. ИБ №3478 28.693.35 И 90
  • Акимушкин И. Мир животных. Птицы, рыбы, земноводные и пресмыкающиеся. — М.: Мысль, 1995.
  • Бейчек В., Штясны К. Птицы. Иллюстрированная энциклопедия. — М.: Лабиринт-пресс.

Һылтанмалар

үҙгәртергә