Оҙонаяҡ сәпсәү
Оҙонаяҡ сәпсәү | ||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Фәнни классификация | ||||||||||||||
|
||||||||||||||
Латинса исеме | ||||||||||||||
Himantopus himantopus Linnaeus, 1758 | ||||||||||||||
|
Оҙонаяҡ сәпсәү, ағасаяҡ, ҡыҙылаяҡ, ялпылдаҡ, япылдаҡ, япаяп (рус. Ходулочник),(лат. Himantopus himantopus)—— Рәсәйҙең көньяғында тоҙло һыу буйҙарында йәшәй торған бик оҙон аяҡлы көйөлдөләр[1].
Халыҡ-ара Ҡыҙыл китап Ҙур хәүеф янамай IUCN 3.1 Least Concern : / 144081 |
Ҡарға ҙурлыҡ. Түбәһе, һырты, ҡанаттары ҡара; ҡорһаҡ яғы, ҡойроғо аҡ. Нәҙек төп-төҙ суҡышы ҡара-көрән. Ҡыҙыл төҫтәге аяҡтары бик оҙон. Инә ҡош тоноғораҡ төҫтә. Беҙ-суҡыштан төҙ суҡышы, оҙон ҡыҙыл аяҡтары менән айырыла. Тауышы көслө генә: «яп-яп-яп». Ялан һәм далалар-ҙағы күл-һаҙлыҡтарҙа йәшәй, һыу йәнлектәре менән туҡлана. Күсмә ҡош. һирәк осрай. Ғәҙәттә, күмәкләшеп оялайҙар. Ояһын ерҙе соҡоп эшләй. Унда ҡара-көрән таплы 4 бөртөк һорғолт көрән йомортҡаһы була.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Э.Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары китабы. Өфө,1986 йыл. ИБ №3478 28.693.35 И 90
- ↑ Терминологический словарь по зоологии. Русско-башкирский и башкирско-русский (Т.Г.Баишев, 1952)