Ҡупшы турғай
Ҡупшы турғай | ||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Фәнни классификация | ||||||||||||||
|
||||||||||||||
Латинса исеме | ||||||||||||||
Carduelis carduelis (Linnaeus, 1758) |
||||||||||||||
Ҡупшы турғайҙар ареалы | ||||||||||||||
Ҡупшы турғай летом весь год Аҡ башлы ҡупшы турғай летом весь год | ||||||||||||||
|
Ҡупшы турғай (Щегол )- Европала, Азияның көньяғында һәм Төньяҡ Африкала йәшәй торған, аҡ, ҡара, көрән-ҡыҙыл, аҡһыл-көрән һәм һары төҫтәр ҡатыш ала булған һайраусы турғай
Халыҡ-ара Ҡыҙыл китап Ҙур хәүеф янамай IUCN 3.1 Least Concern : / 106008832 |
Ҡылыҡһырлама
үҙгәртергәҠупшыҡай, ала турғай, көйәҙ турғай. Турғай ҙурлыҡ. Дегәнәк араларында күмәкләшеп йөрөйҙәр, һайраған саҡта ян-яғына борғолана. Түбәһе, ҡанаттары, ҡойроғо ҡара, аҡ таптары бар. Арҡаһы, түшенең ике яғы, ҡанаттарының уртаһы асыҡ һарғылт көрән. Суҡышы тирәләп сағыу ҡыҙыл тап бар. Сикәләре, түше, ҡорһағы аҡ. Башҡа ҡоштар менән бутап булмай.
Тауышы
үҙгәртергәТауышы яңғырауыҡлы: «пит-лили-пит». Сырылдап һайрай.
Йәшәйеше
үҙгәртергәҺирәк ағаслы урмандарҙа, ауыл һәм ҡалаларҙағы ағастарҙа йәшәй. Үлән орлоҡтары, бөжәктәр менән туйына. Йылы яҡҡа китмәй, бер урындан икенсе урынға күсеп йәшәй. Киң генә таралған. Ояһын ағастарҙа ҡора. Ҡыҙыл көрән таплы 4—5 бөртөк зәңгәр йомортҡаһы була.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Э.Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары китабы. Өфө,1986 йыл. ИБ №3478 28.693.35 И 90
- Животные в доме: Энциклопедия/ Ред. коллегия: В. Г. Гребцова, М. Г. Таршис, Г. И. Фоменко. — М.: НИ «Большая Российская энциклопедия», 1994. — 304 с. — ISBN 5-85270-118-1
- Иерусалимский И. Попугаи и певчие птицы: виды, содержание, обучение. — Ростов-на-Дону: Владис, 2001. — 320 с. — ISBN 5-94194-073-4