Һары турғай (урыҫ. чиж, лат. Carduelis spinus) — ҡуйы ылыҫлы урмандарҙа йәшәй, аҙыҡ эҙләп яҡын араға күсә, орлоҡтар һәм бөжәктәр менән туҡлана, бүлмәләрҙә аҫрала торған турғай.

Һары турғай
Инә ҡош (өҫтә), ата ҡош (аҫта).
Фәнни классификация
Батшалыҡ: Хайуандар
Тип: Хордалылар
Класс: Ҡоштар
Отряд: Турғай һымаҡтар
Ғаилә: Алаҡас турғайҙар
Ырыу: Ҡупшыҡайҙар
Төр: Һары турғай
Латинса исеме
Carduelis spinus
Linnaeus, 1758
Синонимы
  • Chrysomitris spinus
  • Spinus spinus
ITIS 554147
NCBI 160760

Төҫө һары алаҡас. Турғайҙан бәләкәйерәк. Күберәк күмәкләшеп йөрөйҙәр. Ата ҡоштоң арҡаһы һарғылт йәшел, түбәһе, тамағы, ҡанаттары, ҡойроғо һары таплы ҡара, ҡалған ҡауырһындары һорғолт һары. Ҡорһағы аҡ. Инә ҡоштоң һырты һорғолт йәшел, кәүҙәһенең аҫ яғы һорғолт аҡ. Йәшел турғайҙан ҡара түбәһе, һары төҫө менән айырыла.

Тауышы яңғырауыҡлы: «тилли-ти». һайрауы нескә генә: «сиби-тиби-сиби-тиби-сии».

Урмандарҙа йәшәй. Ағас орлоҡтары, бөжәктәр менән туҡлана. Йылы яҡҡа китмәй, бер урындан икенсе урынға күсеп йөрөй. Киң генә таралған. Ояһы ылыҫлы ағастарҙа була. Ҡыҙыл һипкелле 5—6 бөртөк зәңгәр йомортҡа һала.