Берғаҙан (рус. Пеликан, лат. Pelecanus Linnaeus) — берғаҙан һымаҡтар отрядына ҡараған берғаҙандар ғаиләһендәге ауырлығы 12- 14 килограмға еткән ҙур ҡош. Башҡорт телендә бабағош тигән атамаһы ла осрай. 8 төрҙө берләштерә. Антарктиданан башҡа, уртаса һәм тропик климат бүлкәтендә тереклек итә. Уртаса киңлектәге ҡоштар. Күсмә ҡоштар. Рәсәйҙә 2 төрө осрай: ал берғаҙан(Pelecanus onocrotalus, розовый) һәм бөҙрә берғаҙан(Pelecanus crispus, кудрявый).

Берғаҙандар
Pelican lakes entrance02.jpg
Австралия берғаҙаны
Pelecanus crispus-20030720.jpg
Кудрявый пеликан
Brown Pelican21K.jpg
Һоро берғаҙан
Mikebaird - American White Pelican (Pelecanus erythrorhynchos ) (bird) in Mo (by).jpg
Америка аҡ берғаҙаны
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Pelecanus Linnaeus, 1758

Төрҙәре
Wikispecies-logo.svg
Викитөркөмдә
Систематика
Commons-logo.svg
Викиһаҡлағыста
рәсемдәр
ITIS  174682
NCBI  30444
EOL  7999

Күмәкләп йәшәйҙәр. Дөйөм төҫө аҡ, баш һәм елкә ҡауырһындары бөҙрәләнеп тора. Ҡанат ситендәге ҡауырһындары ҡара. Оҙон һорғолт һары суҡышының аҫтары ҡара.

Берғаҙан сәнғәттәҮҙгәртергә

  • Эдуар Асадов шиғыры «Пеликан»(урыҫ телендә) (1964).
  • Төп герой ролен Оливье Орле Эмир Кустурица уйнаған нәфис фильм «Пеликан» (2011)

Берғаҙан БашҡортостандаҮҙгәртергә

Берғаҙан Башҡортостандың Дәүләкән районында Асылыкүлдә осрай. 2019 йылдың көҙөндә уны Баймаҡ районының Икенсе Этҡол ауылы янында ла күреп, видеоға төшөрөп алғандар [1]

ВидеоҮҙгәртергә

  • YouTube сайтында Видео Пеликаны облюбовали Баймакский район Башкирии

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә

  1. Пеликаны облюбовали Баймакский район Башкирии [1] 2019 йылдың 7 октябрь көнөндә архивланған.

ҺылтанмаларҮҙгәртергә