Сыйырсыҡ (диалекттарҙа: сығырсыҡ, сирсыҡ) (рус. Скворцы лат. Sturnus) — ҡара төҫтәге ҙур булмаған һайрар ҡош.
Сыйырсыҡтар бөтә кешегә лә билдәле, улар ғәҙәттә туп булып йөрөй. Яҙғыһын һәм йәйгеһен башы, ҡанаттары, ҡойроғо ҡара була, көҙгә табан ваҡ ҡына аҡ таптар барлыҡа килә, суҡышы һары, аяҡтары ҡыҙғылт көрән. Башҡа ҡоштар менән бутау мөмкин түгел. Тауышы көслө:"ҡжжжҡ-ҡжжжҡ". Яҙғыһын башҡа төрлө ҡоштарҙың тауыштарына оҡшатып, матур итеп һайрай. Күсмә ҡош. Киң таралған. Зарарлы бөжәктәрҙе ҡырып, файҙа килтерә. Сыйырсыҡ — нык матур ҡош... Уны бөтәһе лә ярата!
Ауыл һәм ҡалаларҙа. Һирәк ағаслы урмандар, балсыҡлы текә ҡабаҡтарҙа йәшәй.
Төрлө бөжәктәр менән туҡлана.
Кеше яһаған ояларҙа һәм ағас ҡыуыштарында оялай. 5-8 бөртөк зәңгәр йомортҡаһы була.