Биҙгәләк (рус. Стрепет) — Европала, Азияла, Африканың төньяҡ-көнбайышында йәшәүсе, үҫемлек менән туҡлана торған торған күсмә ҡош. Ояһын далала ҡора, сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштерә башлағас һирәк осраусы төрҙәр рәтенә керә.
Ҙурлығы өйрәктәй. Оҙон ғына аяҡлы һәм муйынлы ҡош. Осҡанда өйрәктәргә оҡшаған. Башы, муйыны, түшенең аҫҡы һәм өҫкө яғы ҡара. Елкәһенән муйынының алғы яғына төшкән дүңгәләк, түшенең уртаһы, ҡорһағы, ҡанаттарының сите аҡ. Һырты һары, йыш һәм нәҙек ҡара көрән тулҡынлы һыҙыҡтар менән ҡапланған. Ҡойроғо аҡ һәм ҡара арҡыры буй ала. Башҡа ҡоштар менән бутау мөмкин түгел. Ите өсөн аулайҙар.
Бөжәктәр, үлән орлоҡтары һәм йәш үҫентеләре менән туҡлана. Йыш ҡына таш йота.
Пырхылдап көлөүгә оҡшаған тоноҡ тауышлы.
Һөрөлмәгән яландарҙа йәшәй. Күсмә ҡош. Бик һирәк осрай. Ояһы ерҙә була. 3-4 бөртөк көрәнһыу һоро йәки йәшкелт йомортҡа һала.