Ҡарағанат
Ҡарағанат (урыҫ.обыкнове́нный жула́н, или сорокопут-жулан, лат. Lanius collurio Linnaeus, 1758) — турғайҙар отрядының ҡарағанаттар ғаиләһенән булған, Көнсығыш ярымшарҙа һәм Төньяҡ Америкала урманда йәшәүсе, бөжәктәр, шулай уҡ ҡайһы саҡтарҙа йыландар, сысҡандар һәм ваҡ ҡош балалары менән туҡлана торған, ҡойроғо һәм ҡанаты ҡара, ҡалған ере күк төҫтә булған ултыраҡ һәм күсмә йыртҡыс ҡош.
Ҡарағанат | |||||||||||||||||||||||||||||||||||
Фәнни классификация | |||||||||||||||||||||||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
арауыҡтағы ранг
| |||||||||||||||||||||||||||||||||||
Халыҡ-ара фәнни исеме | |||||||||||||||||||||||||||||||||||
Һаҡлау статусы | |||||||||||||||||||||||||||||||||||
Ҙур хәүеф янамай
IUCN 3.1 Least Concern : 146414 | |||||||||||||||||||||||||||||||||||
|
Ҡылыҡһырлама
үҙгәртергәСыйырсыҡтан бәләкәйерәк. Ғәҙәттә, ҡоро ботаҡтарҙа йәки сымдарҙа ултыра. Түбәһе һоро, арҡаһы көрән. Күҙҙәре аша үткән киң һыҙыҡ, ҡанаттары һәм ҡойроғо ҡара. Ҡойроғоноң ике яҡ ситенән аҡ һыҙыҡтар үтә. Кәүҙәһенең аҫ яғы, ҡойроҡ төбө алһыу аҡ. Ваҡ һайҫҡандан һәм алағанаттан бәләкәй кәүҙәһе, тигеҙ ҡара ҡанаттары менән айырыла. Тауышы көслө генә: «тек-тек» һәм ҡарлыҡҡан «шжаа-шжаа». Башҡа ҡоштарҙың тауыштарын сығарып һайрай.
Йәшәүе
үҙгәртергәУрман ситтәрендә, ҡыуаҡлыҡтарҙа, баҡсаларҙа була. Ҡыуаҡтарҙа оялай. Күсмә ҡош. Киң генә таралған.
Туҡланыуы
үҙгәртергәБашлыса төрлө бөжәктәр менән туйына.
Үрсеүе
үҙгәртергәҠара көрән таплы 4-6 бөртөк йәшел йомортҡаһы була.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Позвоночные животные России: Обыкновенный жулан 2021 йыл 23 октябрь архивланған.
- Обыкновенный жулан 2008 йыл 20 сентябрь архивланған. в красном списке видов IUCN.
Был орнитология тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |