Сыбар килейек
Сыбар килейек | ||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Фәнни классификация | ||||||||||||||
|
||||||||||||||
Латинса исеме | ||||||||||||||
Sylvia nisoria (Bechstein, 1795) | ||||||||||||||
|
Сыбар килейек, сыбар турғай, һыҙмалаҡ (урыҫ. Ястребиная славка) — турғай һымаҡтар отрядендәге ҡошсоҡ.
Халыҡ-ара Ҡыҙыл китап Ҙур хәүеф янамай IUCN 3.1 Least Concern : / 148824 |
Ҡылыҡһырлама
үҙгәртергәТурғай ҙурлыҡ. Ағас ботаҡ¬тарында һәм ҡыуаҡтарҙа һикергеләп йөрөүсе теремек. ҡош. һырт яғы асыҡ һоро, алыҫтан күк булып күренә. Кәүҙәһенең аҫ яғы арҡыры таптар менән сыбарланған аҡ¬һыл һары. Башҡа килейектәрҙән ҙурыраҡ булыуы, кәүҙәһенең аҫ яғындағы сыбар ҡауырһындары менән айыры¬ла.
Тауышы
үҙгәртергәТауышы киҫкен генә: «тек-тек». Сырылдауға матур ғына һыҙғырыуҙар ҡушып һайрай
Йәшәү рәүеше
үҙгәртергәһирәк ағаслы яҡты урмандарҙа, ҡыуаҡлыҡтарҙа йәшәй. Бөжәктәр менән туҡ¬лана. Күсмә ҡош. Киң генә таралған. Ҡыуаҡта йәки ағас ботаҡтарында оялай, һорғолт таптар менән сыбарланған 5—6 йомортҡаһы була. Зарарлы бөжәктәрҙе ҡырып, файҙа килтерә.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Э. Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары китабы. Өфө,1986 йыл. ИБ № 3478 28.693.35 И 90
- Остапенко В. А. Птицы в вашем доме: Справочное пособие. — М.: Арнадия, 1996. — ISBN 5-88666-011-9