Ваҡ һайыҫҡан, алағанат (рус. серый сорокопут, лат. Lanius excubitor)— турғай һымаҡтар отрядындағы ҡош.

Ваҡ һайыҫҡан
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Lanius excubitor Linnaeus, 1758

Ареал
изображение

     Ултыраҡ популяциялар      Күсеүсе популяциялар

     Үрсеүҙән тыш осорҙа осрай
Һаҡлау статусы
en:Least Concern
Ҙур хәүеф янамай
IUCN 3.1 Least Concern : 146414

Викитөркөмдә
Систематика

Викиһаҡлағыста
рәсемдәр
ITIS  560720
NCBI  56324
EOL  1050920

Ҡылыҡһырлама

үҙгәртергә

Сыйырсыҡтан ҙурыраҡ. Ғәҙәттә, ағастарҙың ҡоро ботаҡтарында ултыра. Ерҙән түбән генә осоп бара ла, текә күтәрелеп, тағы ла берәй ҡоро ботаҡҡа килеп ҡуна. һырты һоро. Күҙҙәре аша үткән һыҙыҡ, ҡанаттары, оҙон ғына ослайыңҡырап торған ҡойроғо ҡара. Кәүҙәһенең аҫ яғы, ҡанаттарындағы таптар һәм ҡойроғоноң ике яҡ ситендәге һыҙыҡ аҡ. Алағанаттан ҙур булыуы, һоро маңлайы менән айырыла.

 
Ваҡ һайыҫҡан табышы менән
 
Lanius excubitor
 
Cuculus canorus canorus + Lanius excubitor

Тауышы тупаҫ: «шәк-шәк».

Йәшәү рәүеше

үҙгәртергә

Урман ситтәрендә, айырым ағаслы һәм һирәк ҡыуаҡлы асыҡ урындарҙа йәшәй. Төрлө бөжәктәр, сысҡандар, ҡош йомортҡалары менән туйына. Йылы яҡҡа китмәй, бер урындан икенсе урынға күсеп йөрөй, һирәк осрай. Ағаста йәки ҡыуаҡта оялай. Ҡара таплы 5—6 бөртөк аҡһыл йәшел йомортҡаһы була.

  • Э. Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары китабы. — Өфө, 1986. — ИБ № 3478 28.693.35 И 90
  • Остапенко В. А. Птицы в вашем доме: Справочное пособие. — М.: Арнадия, 1996. — ISBN 5-88666-011-9