Һаҙ деүете
Һаҙ деүете
Фәнни классификация
Батшалыҡ: Хайуандар
Тип: Хордалылар
Класс: Ҡоштар
Отряд: Турғай һымактар
Ғаилә: Сәпсектәр
Төр: Һаҙ деүете
Латинса исеме
Anthus pratensis
(Linnaeus, 1758)
ITIS 178497
NCBI 45803

Һаҙ деүете (рус. Луговой конек) (лат. Anthus pratensis)— турғайҙар отрядендәге ҡош.

Anthus pratensis
Cuculus canorus canorus + Anthus pratensis
Халыҡ-ара Ҡыҙыл китап
en:Least Concern
Ҙур хәүеф янамай
IUCN 3.1 Least Concern : / 149174

Ҡылыҡһырлама

үҙгәртергә

Турғай ҙурлыҡ. Күберәк ерҙән йөрөүсе бәләкәй генә ҡошсоҡ. Таш йәки түңгәк өҫтөнә ултырып йәки осоп барышлай һайрай, һырты буй ҡара таптар менән сыбар¬ланған һорғолт көрән, ҡорһаҡ яғы көрән таплы һорғолт аҡ. Оҙон ғына ҡойроғоноң ике яҡ ситенән аҡ һыҙыҡтар үтә. Урман деүетенән кәүҙәһенең аҫ яғындағы тимгелдәренёң ваҡ булыуы менән айырыла.

Тауышы киҫкен генә: «деүет» йәки «тиритт». һайрауы яңғырауыҡлы: «витти-витти-витти-витт, сик-сик-йик-йик-тйүрр».

Йәшәү рәүеше

үҙгәртергә

Һирәк ҡыуаҡлы батҡыл урындарҙа, еүеш болондарҙа йәшәй. Ваҡ бөжәк¬тәр, үлән орлоҡтары менән туҡлана. Күсмә ҡош. һирәк осрай. Ерҙә оялай. Ҡара-көрән һипкелле 4—6 бөртөк зәңгәр йәки аҡһыл көрән йомортҡаһы була.

  • Э.Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары китабы. Өфө,1986 йыл. ИБ №3478 28.693.35 И 90
  • Остапенко В. А. Птицы в вашем доме: Справочное пособие. — М.: Арнадия, 1996. - ISBN 5-88666-011-9

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә