Ҡара ҡаҙ (рус. Казарка, лат. Branta) —йорт ҡаҙынан байтаҡ бәләкәйерәк ҡош, парлашып һәм күмәкләшеп йөрөүсе ваҡ ҡаҙ. Башы, муйыны, түшенең һәм һыртының алғы өлөштәре, ҡанаттарының эре ҡауырһындары ҡуйы ҡара. Ҡорһағының артҡы өлөшө һәм ҡойроҡ аҫты аҡ. Кәүҙәһенең ҡалған өлөшө ҡара-һоро. Муйыны¬ның ике яғында арҡыры аҡ һыҙыҡтар бар. Башҡа ҡаҙҙарҙан дөйөм ҡара төҫө, бәләкәйлегә-менән айырыла.
Тауышы яңғырауыҡлы: «ҡроңҡ» йәки «ғоңҡ».
Тундрала йәшәй. Үлән, һыу үҫемлектәре һәм бөжәктәре менән туҡлана. Күсмә ҡош. Бик һирәк осрай. Беҙҙә яҙлы-көҙлө генә туҡталып китәләр. Башҡортостанда оя ҡормайҙар. Ите өсөн аулайҙар.