Мышар барҡылдағы
Мышар барҡылдағы
Фәнни классификация
Батшалыҡ: Хайуандар
Тип: Хордалылар
Класс: Ҡоштар
Отряд: Турғай һымаҡтар
Ғаилә: Барҡылдаҡтар
Ырыу: Барҡылдаҡтар
Төр: Мышар барҡылдағы
Латинса исеме
Turdus pilaris Linnaeus, 1758

Мышар барҡылдағы, мышар турғайы, миләш сыпсығы, шоморт сыпсығы (рус. дрозд-рябинник, лат. Turdus pilaris) — Евразияла таралған ҡош.

Turdus pilaris
Халыҡ-ара Ҡыҙыл китап
en:Least Concern
Ҙур хәүеф янамай
IUCN 3.1 Least Concern : / 147262

Ҡылыҡһырлама

үҙгәртергә

Сыйырсыҡтан ҙурыраҡ. Күмәкләшеп йөрөйҙәр. Түбәһе, елкәһе, ҡойроҡ төбөнөң өҫ яғы күкһел һоро. Арҡаһы, ҡа¬наттары, ҡойроғо ҡара-көрән. Кәүҙәһенең аҫ яғы ҡара буй таптар менән сыбарланған һарғылт ерән, ҡорһағы аҡ. Башҡа барҡылдаҡтарҙан түбәһендәге, елкәһендәге-һәм ҡойроҡ төбөндәге һорғолт күк төҫө менән айырыла

Тауышы көслө генә: «трррҡ-трррҡ». һайрауы сырылдаҡ, тауыштарҙан тора

Йәшәү рәүеше

үҙгәртергә

Төрлө урмандарҙа йәшәй. Башлыса мышар һәм балан менән туҡлана, бөжәктәр ҙә аулай. Ҡайһы ваҡыт йылы яҡҡа китмәй, бер урындан икенсе-урынға күсеп йөрөй. Бик киң таралған. Ояһы ағастарҙа була. Ҡара таплы 4—5 бөртөк зәңгәр төҫтәге йомортҡа һала.

  • Э.Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары китабы. Өфө,1986 йыл. ИБ №3478 28.693.35 И 90
  • Остапенко В. А. Птицы в вашем доме: Справочное пособие. — М.: Арнадия, 1996. - ISBN 5-88666-011-9

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә