Сәүкә (рус. Галка, лат. Corvus monedula) — ҡоҙғондар ғаиләһенә ҡараған буҙ башлы, ҡара кәүҙәле ҡош[1]. Бөтә кешкгә билдәле. Һәр ваҡыт күмәкләшеп, ҡарғалар, ҡайһы ваҡыт күгәрсендәр менән бергә йөрөйҙәр. Суҡышы, маңлайы, тамағы, ҡанаттары һәм ҡойроғо ҡара. Башы, кәүҙәһенең ал яғы ҡуйы һоро. Күҙҙәре аҡ. Башҡа ҡоштар менән бутау мөмкин түгел.

Халыҡ-ара Ҡыҙыл китап
Status iucn3.1 LC ru.svgen:Least Concern
Ҙур хәүеф янамай
IUCN 3.1 Least Concern : / 146641
Coloeus monedula

Тауышы яңғырауыҡлы:"сәүк-сәүк" йәки "кйәә-кйәә". Һирәк ағаслы урмандарҙа, ауыл һәм ҡала эргәһендәге ағастарҙа, кеше торлағы булған урындарҙа йәшәй.

Бөжәктәр, үләкһә, кеше ташлаған аҙыҡ ҡалдыҡтары менән туҡлана. Ултыраҡ һәм бер урындан икенсе урынға күсеп йөрөүсө ҡош. Ҡышҡыһын ҡалаларға килә. Бик киң таралған. Ояһы төрлө ерҙә: ағас баштарында һәм ҡыуыштарында, ерҙәге өңдәрҙә, ҡыйыҡ эсендә, тәҙрә баштарында, таш ярыҡтарында була.

Көрән таплы күкһел йәшел төҫтәге 4-6 бөртөк йомортҡа һала.

ҺылтанмаларҮҙгәртергә

  1. Толковый словарь современного башкирского литературного языка. (под. ред З.Г.Ураксина, 2005)

{{|de}} {{|en}}